+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 11:32

Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың доклады (ҡыҫҡартып бирелә)

Хәйерле көн хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар! Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә бөгөн мәғариф системаһының уникаль осорҙа тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Милли проекттар, аныҡ әйткәндә, реформалар үҫешеү өсөн уникаль мөмкинлектәр бирә.

Тап ошондай ҡараш Башҡортостандың инновацион, иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни потенциалын булдырыуҙың нигеҙе булып тора ла инде. Быйыл республикала 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асыласаҡ. Бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Тағы ла күберәк төҙөләсәк, шул иҫәптән беҙҙең төбәк бюджеты иҫәбенә лә. Республикала “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ентекле һәм маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла, уның һөҙөмтәһендә уҡытыу-матди базаны нығытыу, уҡыу процесын йыһазландырыу, йылы аш ойоштороу кеүек мәсьәләләр планға ярашлы хәл ителә.

Педагогтарҙың белемен камиллаштырыу, уҡытыуҙың сифатын күтәреү кеүек башҡа мөһим проблемалар ҙа хәл ителә. Беҙ сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың конкурентлыҡ һәләткә эйә булыуҙарын: сит телдә яҡшы һөйләшә алыуҙарын, физик яҡтан ныҡ, өҫтәлмә күнекмәләргә эйә булыуҙарын теләйбеҙ.

Быйыл төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған Табын коррекция мәктәбенең яңы корпусы асылды. Ғафуриҙар бындай ҙур ярҙам өсөн бик рәхмәтлеләр. Шуға ла беҙ уҡытыу-тәрбиә процесының артабан да камиллашыуына, уҡытыусыларыбыҙҙың һәм мәктәптәрҙең яңы шарттарҙа конкурентлыҡ һәләтен күтәреүгә өлгәшергә тейешбеҙ. Тап ошоноң өсөн “Ҡанатлан!” программаһы әҙерләнде. Төбәк Башлығы инициативаһы менән быйылғы уҡыу йылынан биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсәбеҙ.

Йылдың-йылы районыбыҙҙа дәүләт имтихандары буйынса юғары балл йыйыусыларҙы әҙерләүсе уҡытыусылар һаны арта барыуын ҙур ҡәнәғәтлек менән билдәләйбеҙ. Уҡытыусыға үҫешергә һәм мотлаҡ үҙенән көслөрәктән өйрәнергә лә кәрәк. Күршеләребеҙҙән – Татарстан, Һамар, Мәскәү һәм Санкт-Петербург педагогтарынан өйрәнергә кәрәк.

Хөрмәтле коллегалар!
Быйыл яңы уҡыу йылында районыбыҙ мәктәптәрендә 4372 уҡыусы парта артына ултырасаҡ. 461 1-се класс уҡыусыһы тәү башлап мәктәп тупһаһы аша атлап инәсәк. Әммә уҙған йылдар менән сағыштырғанда был һандың кәмерәк булыуын билдәләргә кәрәк. Уҙған уҡыу йылында 1-селәр 22-гә күберәк ине.

Шулай уҡ балалар баҡсаларында ла балалар һаны кәмеү күҙәтелә. 3-7 йәшлектәргә балалар баҡсаһына сират бөтөрөлдө. Районда 1920 бала балалар баҡсаһы менән тәьмин ителгән (былтыр 2045 булған).

Барлыҡ мәғариф учреждениелары ла балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Ағымдағы йылда мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға рес-публика бюджетынан 2,9 млн һумдан ашыу, район бюджетынан 3 млн тирәһе аҡса йүнәлтелде. “Мәғариф бүлеге” бу-йынса бюджет үтәлеше 297 163,7 мең һум тәшкил итте, 2018 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 15 606,4 мең һумға күберәк.

Хөрмәтле конференцияла ҡатнашыусылар!

Уҡырға инеү һөҙөмтәләре буйынса 146 сығарылыш уҡыусыһының 86-һы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде, был күрһәткес 59 процент тәшкил итә. Йылдағыса уҡырға инеү буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эйә булды, быйыл тулы мәғәнәһендә гимназия исемен ҡайтарҙы.

16 мәктәп тамамлаусы маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡырға инде (БДМУ-ға – 8, БДАУ-ға – 5, БДПУ-ға – 2 һәм КФУ-ға – 1). Бөгөн шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, хакимиәттең кадрҙар бүлеге һәм башҡа хеҙмәттәр тарафынан маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса уҡыусылар менән эштең файҙалы формалары тейешенсә әҙерләнмәне. Был тәңгәлдә мәктәп етәкселеге лә, буласаҡ абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре лә ҡыҙыҡһындырылған булырға тейеш. Мине бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе борсой. Бөгөн йәш белгестәргә аныҡ дәүләт ярҙамы бар, торлаҡ төҙөү буйынса һәйбәт программалар эшләй, быларҙың барыһы ла кадрҙарҙы ауылға ылыҡтырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ үҙ тормошон район менән бәйләргә теләгән йәштәргә ярҙам итеү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып барасаҡбыҙ.

Сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу, үҫеп килгән йәш быуын һәм йәштәрҙең буш ваҡытын ойоштороу буйынса эште мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Был тәңгәлдә социаль һәм йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, мәктәп коллективтары тарафынан һәр йәһәттән ауыл биләмәләре хакимиәттәре ярҙамы менән бик күп эшләнә.

Йыл һуҙымында йөҙҙән ашыу ярыш уҙғарылып, унда 12 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Шуныһы һөйөнөслө, физкультура һәм спорт мәктәптәрҙәге менән бер тәңгәлдә ауыл йәштәре араһында ла үҫешә. Шуға ла Ғафури спортсылары лидерлыҡты ҡулдан ысҡындырмайҙар, һәр төрлө спорт төрө буйынса юғары ҡаҙаныштарға лайыҡ булалар.

Беҙ балаларҙы һауыҡтырыу эшен, йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләрен айырыуса контролдә тотабыҙ. Райондың белем биреү ойошмалары базаһында 3-нән 23 июнгә тиклем 1072 баланы (шуның 644-е 7-14 йәшлек ауыр тормош хәлендә ҡалған, 23-ө КДН-да иҫәптә торған балалар) йәлеп итеп 26 көндөҙгө ял үҙәктәре эшләне.

Йылдағыса район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең профилле “Патриот” хәрби-патриотик лагеры эшләне. “Ҡояшлы” майҙансығында ойошторолған был лагерҙа 9-15 августа 7 көн ауыр тормош хәлендә ҡалған, бәлиғ булмағандар эштәре бу-йынса комиссияла иҫәптә торған 18 бала ял итте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар мөхитендә барыһы ла имен түгел, балалар енәйәтселеге проблемаһы киҫкен ҡала. Отчет осоронда бәлиғ булмағандар тарафынан 5 енәйәт ҡылынған, уҙған йылдың ошо осоронда – алтау. Был күренештәрҙең нигеҙендә - ата-әсәләр тарафынан контролдең булмауы һәм уларҙың спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы. Йыл башынан 7 ата-әсә 9 балаға ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде, 3 ата-әсәнең 4 балаға хоҡуғы сикләнде. Профилактик система органдары районда социаль-хәүефле хәлдә ҡалған ғаиләләр һәм социаль етемдәр һанын кәметеү маҡсатында балаларҙы эскесе ата-әсәһенән ҡурсалап, имен булмаған ғаиләләр менән ҙур ойоштороу һәм профилактик эш алып бара. Педагогик коллективтарға профилактик система органдары, ата-әсәләр комитеттары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән маҡсатҡа ярашлы эш алып барырға кәрәк.

Хәҙерге бигүк ябай булмаған ваҡытта күп кенә ҡиммәттәр үҙгәрештәргә дусар булды, өлкәндәр һәм балаларҙың айырым категорияһы өсөн байлыҡ һәм башҡалар иҫәбенә мәғәнәһеҙ йәшәү тәүге планға сыға. Бындай хәл менән килешергә ярамай, тәрбиә үҙәгендә әхлаҡ торорға тейеш. Хеҙмәткә, үҙ тарихыңа һәм халҡыңдың әхлаҡи ҡиммәттәренә хөрмәтле ҡараш тәрбиәләргә кәрәк. Һәм был күп яҡлы эштең төп звеноһы булып уҡытыусы, белем биреү учреждениеларының башҡа хеҙмәткәрҙәре ҡала.

Бөгөн күтәрелгән мәсьәләләр буйынса етди, әммә ышанысҡа ҡоролған һөйләшеү булырға тейеш, ә педагогик берекмәләр бындай составта йылына бер тапҡыр ғына йыйыла һәм һеҙҙең иғтибарҙы мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәргә йүнәлтке килмәй.

Беҙ тулыһынса мәғариф пробле-маһының һәр кемебеҙгә ҡағылыуы хаҡында үҙебеҙгә отчет бирәбеҙ, шуға ла артабан да мәғарифтың идаралыҡ кимәлен үҫтереү, камиллаштырыу һәм күтәреүҙә беҙҙән торғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Ә Һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусылар, башланып торған яңы уҡыу йылында балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшендә уңыштар, киләсәккә ышаныс менән ҡарауығыҙҙы теләйем. Бөгөн йәмәғәтселек һәр яҡлап Һеҙгә тиңләшергә тырыша һәм Башҡортостандың киләсәк быуынының сәләмәтлеге, белеме, тормошҡа әҙерлеге тап Һеҙҙән тора! Райондың мәғариф системаһының уңыштары тағы ла һөҙөмтәлерәк булырына иманым камил. Һаулыҡ һәм уңыштар Һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусылар!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Читайте нас: