+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 11:10

Яңы автобустар юлға саҡыра

Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. “Башавтотранс” предприятиеһы яңы автобустар алыуын дауам итә.

Ошо көндәрҙә Красноусол автотранспорт предприятиеһы ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттары буйынса пассажирҙарҙы йөрөтөүсе 6 яңы автобус менән тулыланды.

- Республика етәкселеге һәм шәхсән Радий Хәбировтың ярҙамы менән “Башавтотранс” предприятиеһы автопаркы яңырыу осоро кисерә, - ти предприятие директоры Анатолий Гребнев. – Шуның менән беҙҙең алға халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеүҙе уңайлы һәм сифатлы итеү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылды. 1 сентябргә бар райондарҙа ла Өфө менән транспорт бәйләнеше булдырылды.

Августан башлап Красноусол АТП-һына Павлов автозаводында сыҡҡан 3 яңы “Вектор NEXT” һәм 3 юғары тиҙлекле “Ford Tranzit” автобустары ҡайтарылды.

Водителдәр уңайлы ултырғыстар, һауа кондиционерҙары, өҫтәлмә йылытыу ҡоролмалары, тахографтар, навигация, электрон табло менән йыһазландырылған яңы техниканың мөмкинлектәрен баһалап, пассажирҙарҙы йөрөтә лә башланы. Улар ҙа үҙ сиратында уңайлы транспортта йөрөүҙәренә шатлыҡтарын белдереп предприятиеға шылтыраталар, ти АТП директоры.

“Вектор NEXT” урта класлы автобустар халыҡ өсөн бик уңайлы. Ул ултырып та, баҫып та йөрөү өсөн бик ҡулай. Шулай уҡ был автобуста инвалид коляскаһында йөрөгән граждандар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Артҡы ишек янында автобус платформаһы аҫҡа төшә, коляска уңайлы ғына итеп инеп ултыра. Уны ҡуйыр өсөн киң майҙансыҡ эшләнгән. Яңы автобустарҙа һәр ултырғыста хәүефһеҙлек ҡайышы бар. Бынан тыш, туҡталыштарҙа ултырған пассажирҙар өсөн водитель эргәһендә түләү өсөн терминал ҡуйылған.

“Башавтотранс” предприятиеһы йәмәғәт транспортын халыҡҡа уңайлы итеүгә ҙур иғтибар бирә. 2020 йылдың майына тиклем предприятие 587 транспорт сараһы менән тулыланасаҡ. Уларҙың күп өлөшө быйыл уҡ алынды. Уҙған аҙнала, мәҫәлән, дәүләт предприятиеһына 180 яңы автобус бирелде.


Читайте нас: