+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:21

Конкурста еңделәр Районыбыҙҙан алты эшҡыуар “Агростартап” республика программаһында еңеп сыҡты

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” гранты алыусыларҙың исемлеген иғлан итте. Конкурста иң күп балл йыйған 115 яңы эш башлаған фермер үҙ эшен артабан үҫтереүгә 4 миллион һум дәүләт ярҙамы аласаҡ. Грант ауыл кооперацияһын үҫтереү һәм фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсанан бирелә. Башҡортостанда был программа Рәсәй Президенты В.Путин күрһәтмәһе буйынса эшләнгән “Кесе (урта) эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын яҡлау” милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Дөйөм алғанда, “Агростартап” конкурсында ҡатнашыуға 289 кеше ғариза биргән булһа, уларҙың бер өлөшө төрлө сәбәптәр менән конкурс башланғанға тиклем үк исемлектән төшөп ҡалған. Һөҙөмтәлә, грантҡа конкурста 250 кеше ҡатнашҡан һәм уларҙың 115-е иң күп балл йыйып, еңеүселәр тип табылған.

Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге секторы мөдире Ғәзинур Суфиянов белдереүенсә, районыбыҙҙан яңы эш башлаусы алты фермер конкурста еңеп, грантҡа эйә булды. Кемдәр һуң улар? Мәҫәлән, Табын ауылынан ит йүнәлешендә малсылыҡты үҫтереүҙе үҙмаҡсат итеп билдәләгән шәхси эшҡыуар Игорь Кулагин, Йөҙимән ауылынан һөт-ит йүнәлешендә эшләүсе КФХ хужалығы етәксеһе Илнур Рәхмәтуллин. Баҡраҡ ауылынан Лилиә Ҡускилдина менән Ибраһимдан Рөстәм Садиҡов грантты йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. Уларҙан тыш конкурста ҡатнашыусылар араһында ауыл хужалығы өлкәһендә шөғөлләнеүсе белгестәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар ҙа бар. Ундайҙар араһында Антоновка ауылынан Николай Николаев менән Еҙем-Ҡарандан Раил Йомағолов та еңеүгә өлгәште. Улар дәүләт ярҙамын шәхси хужалыҡтарын тағы ла үҫтереүгә тотонасаҡтар. Ғафуриҙарға бирелгән гранттарҙың суммаһы эшмәкәрлек төрөнә ҡарап төрлөсә. Нисек кенә булмаһын, был еңеү ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә эшләйәсәк райондаштарыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә бик һәйбәт стартап булһын.


Читайте нас: