-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:14

Лайыҡлылар һайланды1

Билдәле булыуынса, 8 сентябрь – Бер-ҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм урындағы Совет депутаттары һайланды.

Аҡкүл ауыл хакимиәтенең Татар Саскүле ауылында элекке мәктәп бинаһында (хәҙер балалар баҡсаһы) урынлашҡан 1681-се һайлау участкаһында һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте. Бында Татар Саскүле һәм Болон (Луговая) ауылдары кешеләре үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуғын үтәне.

Һайлау комиссияһы рәйесе Муса Чурбаев, урынбаҫары Фәнир Атнашев, комиссия секретары Клара Ҡайғолова һәм комиссия ағзалары өсөн тауыш биреү көнө ныҡышмалы эш көнө булды. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, “КПРФ”-тан күҙәтселәр, эске эштәр бүлегенән хеҙмәткәр эшләне.

Комиссия ағзалары иң өлкән һайлаусы Татар Саскүле ауылынан 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитовтың өйөнә барып һайлатты. Йәмғеһе 35 кеше өйҙә тауыш бирҙе. Һайлауға балаларын эйәртеп, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә булды. Ошо уҡ ауылдан Нурсилә Ҡорманғолова тәүгеһенән тауыш биреүсе игеҙәк ҡыҙҙарының береһе - Стәрлетамаҡ күп профилле колледжының 3-сө курсында уҡып йөрөгән Элина һәм бәләкәсе, 2-се класта уҡыған Диана менән килгән.

Һайлау участкаһында теркәлгән беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ 18 йәшлек 5 йәш кешегә БР Үҙәк һайлау комиссияһының Ҡотлау хаты әҙерләнгән. Был көндө участкаға уларҙың 4-һе килде, барыһына ла Ҡотлау хаттары тапшырылды, ә береһе ғариза буйынса икенсе урында һайлаған.

Матур, аяҙ көндә күптәр бәрәңге сығарыу эшен ыратып ҡалырға тырышҡанғамылыр, һайлау участкаһында һайлаусылар бер күбәйеп, бер әҙәйеп торҙо. Исемлеккә ингән һайлаусыларҙың күпселеге участкаға килеп, үҙе лайыҡ тип иҫәпләгән кандидат өсөн тауыш бирҙе.


Читайте нас: