-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:25

Ғүмерҙе һаҡлай янғын иҫкәрткестәр

29 августа район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы урынбаҫары – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе Динар Ғәлимов, район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы, халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса баш белгес Вадим Шакиров, “БР буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы Вадим Отмахов, район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Александр Сергеевич сарала ҡатнашыусыларға рес-публикала янғындар менән бәйле хәл-торошто бәйән итте, торлаҡҡа автоматик янғын сигнализацияларын урынлаштырыу, был ҡоролманың күпме кешене һаҡлап ҡалыуы хаҡында миҫалдар аша һөйләне. 2019-2020 йылдарға иҫәпләнгән “Хәүефһеҙ ҡала” программаһының беҙҙең район биләмәһендә тормошҡа ашырылыуына туҡталды. Бер нисә ауыл биләмәһе башлығы янғын һүндереү техникаһына йылы гараждар (бокстар) булмауы хаҡындағы мәғлүмәтте еткерҙе.

Республикала йыл башынан 8444 янғын осрағы теркәлеп, 183 кеше һәләк булған, уҙған йыл менән сағыштырғанда 23-кә үҫеш күҙәтелгән. 184 кеше янғында төрлө йәрәхәттәр алған, имгәнгән (шулай уҡ 26-ға күберәк). Янғын һүндереү подразделениелары тарафынан 3224 ҡала” программаһының беҙҙең район биләмәһендә тормошҡа ашырылыуына туҡталды. Бер нисә ауыл биләмәһе башлығы янғын һүндереү техникаһына йылы гараждар (бокстар) булмауы хаҡындағы мәғлүмәтте еткерҙе.

Республикала йыл башынан 8444 янғын осрағы теркәлеп, 183 кеше һәләк булған, уҙған йыл менән сағыштырғанда 23-кә үҫеш күҙәтелгән. 184 кеше янғында төрлө йәрәхәттәр алған, имгәнгән (шулай уҡ 26-ға күберәк). Янғын һүндереү подразделениелары тарафынан 3224 кеше (963-кә күберәк) ҡотҡарып ҡалынған, эвакуацияланған. Статистикаға ярашлы, янғын сығыу осраҡтарының иң күбеһе ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында килеп сыҡҡан (60%), ҡорамалдарҙы урынлаштырыу һәм ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу (28%), мейес яғыу ҡағиҙәләрен үтәмәү (7%). Янғын осраҡтарының күпселеге торлаҡ секторында теркәлгән. Бынан тыш, ҡоро үләндәге янғындың төҙөлөштәргә күсеүенең 15 осрағы теркәлеп, 3 торлаҡ йорт, 7 баҡса өйө, 24 хужалыҡ ҡаралтылары, бер келәт бинаһы зыян күргән. Быны хакимиәттәрҙең ауылдарҙы янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү мәсьәләләрендә (йәғни янғын һыҙаттарын булдырыу) эшләп еткермәүе тип әйтергә кәрәк, тине ул. Янғында үлем осраҡтарына килгәндә, 43 проценты - пенсионерҙар, 30 проценты – эшһеҙҙәр, 61 проценты – 55 йәштән өлкәнерәктәр, 41 проценты иҫерек хәлдә булған. Кешеләр үлеменең 95 процентында төп сәбәп булып янғында төтөнгә тонсоғоу торған. Рес-публикала янғын иҫкәртеү ҡоролмалары урынлаштырыуҙы пропагандалау буйынса ҙур эш алып барыла. Улар айырым категория граждандарҙың: күп балалы аҙ тәьмин ителгән, социаль хәүеф хәлендәге, шулай уҡ 2018 йылда балалары тыуған ғаиләләрҙең йорттарына ҡуйыла. Бөгөнгө көнгә республикала янғын иҫкәрткестәр 285 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Йыл башына был һан 100-ҙән дә кәм булған. Янғын иҫкәрткестәрҙе күберәк ҡуйған һайын күберәк кешенең ғүмере һаҡлап ҡалыныуын һәм быйыл республика буйынса 45 мең ҡоролма урынлаштырылыуын билдәләне. Шулай уҡ янғын иҫкәрткестәрҙең крондарын бер йыл үткәс алыштырыу хаҡында ла иҫкәртте. Ирекле янғын һүндереү командаларының автомашиналары йылы бина менән тәьмин ителергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡыш көнө лә янғын һүндереү техникаһының сафта булыуын тәьмин итергә, янғынға ҡаршы көрәш эшен һүлпәнәйтмәҫкә, тигән ҡарары.

Кәңәшмәнән һуң, А.Лопухов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Төп мәсьәләләр булып тағылмалы янғын һүндереү техникаһы (цистерна) һатып алыу, янғын һүндереү техникаһы паркын яңыртыу, техника өсөн йылы гараж (бокстар) төҙөү, 74-се янғын часын янғын һүндереү автобаҫҡысы менән йыһазландырыу торҙо. Райондарҙы тағылмалы янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеүгә килгәндә, Александр Сергеевич, хөкүмәт ҡарарына ярашлы, быйыл уларҙың Ғафури районында ике - Аҡкүл һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләренә бүленәсәген билдәләне. Техниканың ноябрь аҙаҡтарында ҡайтарыласағы билдәләнеп, шуға тиклем уларҙы урынлаштырыу өсөн йылы урын әҙерләү хәстәрлеген күрергә ҡушылды.

Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Ҡабул итеүгә килеүселәрҙең барыһы ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.


Читайте нас: