-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:29

Сәләмәтлек акцияһы үтте

Берҙәм тауыш биреү көнөндә район үҙәгенең йәш һайлаусылары һайлау участкаларына “Йондоҙ менән зарядка”нан һуң барҙы.

8 сентябрҙә иртәнге 10.00 сәғәттә район хакимиәте алдындағы Мәжит Ғафури майҙанында дәртле көйгә “Йондоҙ менән зарядка” акцияһы башланды. “Йондоҙ” ролендә билдәле спортсы, спорт мастерлығына кандидат, “Батыр” көрәш клубы тренеры Флорид Ғибаҙуллин булды. Ул зарядка өсөн ябай ғына күнегеүҙәр күрһәтте. Сарала йәштәр, район мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашып, көс-дәрт, күтәренке кәйеф алды.

Һуңынан улар алдында район Советы секретары Рәшит Монасипов сығыш яһап, физкультура һәм спорттың ыңғай йоғонтоһо тураһында һөйләне, һәр кемгә һау-сәләмәт булыуҙарын теләне. 18 йәштән өлкәнерәктәргә мөрәжәғәт итеп, һайлау участкаларына барырға һәм үҙ кандидаттарына тауыш бирергә өндәне.


Читайте нас: