0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:44

Сигелгән ҡулъяулыҡ

Беҙ бик йыш ауылға өләсәйемә ҡайтып торабыҙ. Өләсәйемдең өйөнөң иң түрендә ҙур һандыҡ ултыра. Мин уның эсендә нимә ятҡанын белмәй инем.

Бер көн өләсәйем мине үҙе янына саҡырып алды ла: "Ҡыҙым, мин һиңә бер сер һөйләйем,"-тине. Һандығын асып ебәргән ине, мин хайран ҡалдым. Унда нимәләр генә юҡ: һуғылған балаҫ та,ҡайылған таҫтамалдар һәм мендәр тыштары ла, хатта тәңкәле түшелдерек тә бар ине."Былар барыһы ла һиңә, минән иҫтәлек итеп һаҡла",-тине ул. Шунан төптәнерәк сигелгән ҡулъяулыҡ килтереп сығарҙы. Уның ситтәренә ырғаҡ менән селтәрҙәр ҡайылған, ә уртаһындағы зәңгәр күлдә, һары томбойоҡтар араһында ике аҡҡош йөҙөп йөрөй. Улар шул тиклем матурҙар, тере кеүектәр хатта.

Ҡулъяулыҡтың бер мөйөшөнә генә "Иҫтәлек өсөн Фатиманан" тип сигеп яҙылған. Өләсәйемдең күҙҙәренән йәштәр тамды."Быныһын ғына мин мәңгелек йортома киткәндә үҙем менән алырмын,"-тине ул. Мин был ҡулъяулыҡ тураһында бер нимә лә һорарға ҡыйманым. Кемгә аталған бүләк ул? Ниңә уны үҙе менән ҡайҙалыр алып китә?

Сигелгән ҡулъяулыҡ миңә мәңгелек сер булып ҡалды.

Элина Урманшина,

Красноусол башҡорт гимназия- интернатының 6 "А" класы уҡыусыһы.

Читайте нас: