Утты-һыуҙы үткән яугир, тормош нескәлектәрен аңлаған кеше булараҡ фекерҙәре төплө, ҡаурый ҡәләме етеҙ, шиғриәте халыҡсан, күңеле йәш, хис-тойғолары сағыу шағирҙың. “Рәхмәтле бул кешеләргә, йәшәгән заманыңа” тигән һүҙҙәре лә тормош девизы булып яңғырай.
Тормош сере, мөхәббәт, ижад ялҡыны, тәбиғәт сере, районыбыҙ һулышы һәм башҡа бик күп темалар был китапта шиғыр юлдарына һалынған.