+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 11:16

Бер көндә өсләтә тантана

Үзбәк ауылында ла шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Үзбәктәр төрлө тарафтарҙан ҡайтҡан ауылдаштарын ҡаршылауға етди әҙерләнгән, йорт-ҡаралтылар, урамдар төҙөкләндерелеп, күркәм төҫ алған. Ауылға ингән урында юлдың буйынан-буйына эленгән баннерҙағы яҙыу ауылдаштарҙы әллә ҡайҙан сәләмләп, ҡаршылап тора.

Байрам Бөйөк Ватан һуғышы яланында ятып ҡалған һәм иҫән ҡайтып, мәрхүм булған ауылдаштары иҫтәлегенә обелиск асыу тантанаһы менән башланды. Ауылдан һуғышҡа 94 кеше китеп, шуларҙың 59-ына яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмаған, 35-е генә иҫән ҡалған - барыһының да исемдәре обелискыла урын алған. Үзбәктәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рауил Солтанморатов, Үзбәк ауылы ҡыҙ-улдары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡәҙриә Ғәзизова, Рәмил Ғимрани килгәйне. Уларҙы икмәк-тоҙ, буҙа менән хөрмәтләп ҡаршыланылар. Мемориаль комплекста шулай уҡ тыныс тормошта локаль бәрелештәрҙә хәрби бурыстарын үтәгәндә баштарын һалған яугирҙарҙың исемдәре лә урын алған. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы аҡса йыйһа, үҙ өлөшөн, йәғни иң күп иғәнәне – 50 мең һум аҡсаны ошо ауылда тыуып үҫкән Ҡәҙриә Ғәзизова индергән. Ҡәҙриә Хәмит ҡыҙы һуғыштан ҡайта алмаған ауылдаштарының исемдәрен йылдар үткәс ташҡа баҫып кире ҡайтарғандары өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм “Йәнһеҙ таш” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мәктәп урамында урын алған мемориаль комплексты асыу бер булһа, мәктәптең тышҡы яҡ стенаһына ошонда белем алған, тап ошо көндә (2012 йылдың 17 авгусында) Төньяҡ Кавказда үҙенең хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған Илшат Ильясов иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырылыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Уны Стәрлетамаҡ ҡала эске эштәр бүлеге ППС батальоны командиры Р.Д.Хәйбрахманов етәкселегендә хеҙмәттәштәре ҡуйҙы.

Мемориаль комплексты асыуға ауыл имамы Илфат Ғәлин фатиха биреп, Ҡөрьән аяттары уҡыны, вәғәз һөйләне һәм ҡыҙыл таҫма киҫелеп, үзбәктәр атай-олатайҙарының исемдәре уйылып яҙылған таҡтаташты сәскәләргә, гөлләмәләргә күмде.Сараны Йомабикә Башарова менән Рәшиҙә Ҡорбанғолова алып барҙы.

Артабан бар халыҡ “Ихлас” мәсетен асыу тантанаһына юлланды. Был мәсет тә бар ауыл халҡы ярҙамы, көсө менән ете йыл эсендә төҙөлгән. Өр-яңы, тыштан да, эске яҡтан да нурлы иман йорто уғата күп кешене, үзбәктәрҙе генә түгел, ә күрше-тирә ауыл кешеләрен, районыбыҙҙың барлыҡ мәсеттәре имамдарын, мөслимәләрен, ағинәйҙәрен, ғөмүмән, зыялыларҙы үҙенә йыйҙы. Ауылдың имам-хатибы Илфат хәҙрәт Ғәлин барлыҡ халыҡты ихлас ҡаршы алды. Үҙ сығышында ауылда мәсеттең үтә лә кәрәклеген билдәләп, уны буш тотмайыҡ, йөрөйөк, намаҙҙы унда уҡып, ҙур сауапҡа ирешәйек, тине. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова мәсеттең исеме “Ихлас” тип аталыуын уның ҙур ихласлыҡ менән төҙөлөүен, шулай уҡ ауылда ла ихлас, ябай, эшсән халыҡ йәшәүен билдәләне. Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы, нисәмә йылдар буйы ауылдың имамы булып, иман бағанаһын ауҙармай, ныҡлы тотоп торған Баязит Ишкилдинға һүҙ бирелеп, ул мәсет кенә булып ҡалмаһын, ә ауылдың иман килтерер йорто булып, иман нуры бөркөп ултырһын, тигән теләген еткерҙе. Артабан Ғафури районының имам-мөхтәсибе Илһам хәҙрәт Йосопов, беҙҙе бары тик намаҙ ғына Аллаһы Тәғәлә менән бәйләй, барыбыҙ ҙа намаҙ әһелдәренән булайыҡ, ғәмәлдәр ҡылып, дин тотоп йәшәйек, балаларыбыҙҙы иманлы итеп тәрбиәләйек, уларҙы бында ылыҡтырайыҡ, мәсет бәрәкәтле булһын, буш тормаһын, тине. Үзбәк ауылында тыуып-үҫеп, оҙаҡ йылдар райондың имам-мөхтәсибе булып торған Таһир Үзбәков, элекке “Ағиҙел” колхозы рәйесе Ғәлинур Ғәлин, район мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова изге теләктәрен еткерҙе. Красноусолдан Альмира хажиә Ғөбәйҙуллина мосолман ҡатын-ҡыҙҙары исеменән иман йортона бүләктәр тапшырҙы. Бүләкләүҙәр бик күп булды. Мәсет төҙөлөшөнә, манараһын эшләп урынлаштырыуға, тирә-яғын төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән ир-егеттәргә, шулай уҡ уның биҙәлешенә һәм башҡа эштәрҙә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға (айырыуса ауыл килендәре әүҙемлек күрһәткән) Рәхмәт хаттары һәм бағыусы Миңнира Сәғитова үҙе әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Бына, ниһайәт, тантаналы мәл етте, ауылдар хәҙрәттәре барыһы бергә тәҡбир әйтеп, ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм бар халыҡ мәсеткә үтте. Иман йортоноң иркен урамында табын, тирмә ҡоролоп, ҡунаҡсыл үзбәктәр бар халыҡты – олоһон-кесеһен ихласлап, Таһир Үзбәков бүләккә биргән һарыҡ итенән бешерелгән былау менән һыйланы.

Төп сара – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ауыл осондағы иркен яланда үтте. Мәсет асыу хөрмәтенә әҙерләнгән тәмле былауҙан ауыҙ иткән ауыл кешеләре көндөң икенсе яртыһында тап ошо майҙанға йыйылды. Бында тирмәләр ҡоролған, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр урын алған, балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләне, спорт саралары, халыҡ уйындары ойошторолдо. Байрамды алып барыусылар Үзбәктә тыуып үҫкән Гүзәл Халиҡова менән Фәнзил Ғәлин (район мәҙәниәт һарайында эшләй) сараға йыйылған халыҡты матур итеп биҙәлгән сәхнә янына саҡырҙы.

Сараны тантаналы асыу өсөн һүҙ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәноваға бирелде. Ул бындай байрамдарҙың халыҡты берләштереүен, тыуған төбәген матурлау, төҙөкләндереү, йәшәйешен йәмләүгә йәлеп итеүе менән әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл байрамын уҙғарыуға тос өлөш индергән, ауылдаштарын ҡаршы алыуға ныҡлы әҙерләнгән ауыл старостаһы Фәрғәт Ғәлин, Флүрә Ғәзизова, Илфат, Фәнил Ғәлиндар, Ғайса Халиҡовтарҙы билдәләп үтте. Ауылды төҙөкләндереүҙә, байрамды әҙерләп уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Тыныс тормошта локаль бәрелештәрҙә уландарын юғалтҡан хөрмәтле әсәйҙәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмағандар. Әлфиә Халиҡова, Зәйнәп Иҙрисова, Фәриҙә Ильясова сәхнә түренә саҡырылып, үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рауил Солтанморатов та йыйылыусыларға тәбрик һүҙҙәрен еткереп, бер нисә кешене район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең һәм ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Ауылдың ветерандар советы рәйесе Йомабикә Башарова тол ҡатындарҙы, һуғыш балаларын, аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫкән өлкән быуын кешеләре Миңлегөл Аҡҡолова, Биктимер Шәрипов (90-ды аша атлап үткән ауылдың иң өлкән кешеләре), Зәкиә Нурдәүләтова, Әминә Хәкимова, Зәкирә Ғәйнуллина, Баязит Ишкилдин, Һөйәрбикә Ғәзизова, Сәүиә Халиҡова, Әсмә Рәхимова, Зөлфәр Хужиәхмәтов, Нәғимә Ишкилдина, Ниязбай Ғәзизов, Фәнәзиә Рәхимова, Сания Төхфәтуллина, Фәүзиә Шәрипова, Мәүсилә Хужиәхмәтова, Әмир Ҡолманов, Зөлфәр Аманов, Тәнзилә Хәкимова, Гөлсөм Кәримоваларҙы сәхнәгә саҡырып, бүләктәр тапшырҙы.

Ауылдаштары исеменән Ниязбай Ғәзизов сығыш яһап, байрамды ойоштороусыларға, шатлыҡтарын уртаҡлашырға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрам сараһында шулай уҡ ауылдың яңы ғына өйләнешкән иң йәш ғаилә пары Алина менән Фәнзил Ғәлиндар, 60 йыл татыулыҡта ғүмер иткән Нәғимә менән Баязит Ишкилдиндар, яңы ғына бишенсе сабыйҙары тыуған Земфира менән Илгиз Сәфәрғәлиндар, беренсе балаға атай-әсәй булған Рәзилә менән Айгиз Аҡҡоловтар, Лилиә менән Фидан Ҡорбанғоловтар ҙа бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ауылдаштары Ҡәҙриә Ғәзизоваға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, шулай уҡ элекке рәйестәре Ғәлинур Ғәлинға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Флүрә Ғәзизова иң әүҙемдәрҙе сәхнә түренә саҡырып, бүләкләп үтте. Ауыл старостаһы Фәрғәт Ғәлин Үзбәк ауылы тарихы менән таныштырҙы.

Сәхнәлә ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауылдың моңло һандуғастары Әлфиә Халиҡова, Эльмира Ғәлина, район мәҙәниәт һарайы артистары Рәмил Ғимрани, Фәнзил Ғәлин да ауылдаштарына йыр-моңдарын бүләк итте, бейеүсе Ғайса Халиҡов башҡарған “Кәкүк” бейеүе, Айгөл Ҡорбанғолова, Азалия Рәхимова, Азалия Әптекованың бейеүҙәре, Ф. Ғәзизова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Ынйылар” вокал ансамбле йырҙары, Мәхийәновтар, Халиҡовтар, Ғәзизовтар, Шәриповтар, Ғәлиндар, Ғәйнуллиндар, Рафиҡовтар ғаиләләренең сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде. Себер тарафтарынан байрамға ҡайтҡан шиғыр-йырҙар ижад итеүсе Мәүлиҙә Хәйруллина ауылдаштарын йырҙары менән һөйөндөрҙө. Байрамда яңғыраған йырҙарҙың күпселеге ауыл ижадсылары Фәрғәт Ғәлин менән Рәмил Ғимраниҙың шиғырҙарынан тороуы сараға үҙенсәлек өҫтәне. Ауылдаштарҙы осраштырып күрештергән сара һәр кемдең күңелендә бик матур, иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып, үтеп китте. Таңға тиклем дауам иткән байрам дискотека менән тамамланды.


Читайте нас: