-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 11:04

Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары

Урман – ер йәме, ер йөҙөндә иң ҡиммәтле хазиналарҙың, тәбиғәттең иң матур биҙәктәренең береһе. Ул - матди байлыҡ, һаулыҡ сығанағы ла. Уны “йәшел дуҫ” тиҙәр, ерҙең үпкәһе, һулышы менән сағыштыралар. Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә тап ошо еребеҙҙең “йәшел ҡалҡаны” һаҡсылары – урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автоном учреждениеһына быйыл май айынан етәкселек итә башлаған Рәүеф Лотфрахман улы ЙӘНМЫРҘИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Эшмәкәрлеге туҡтап ҡалған “Ғафури урман хужалығы” йәнә тергеҙелеп, май айынан эшләй башланы. Беҙҙең төп эшмәкәрлегебеҙ булып хужалыҡ итеү тора. Йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы таҙартыу кеүек эштәр башҡарабыҙ. Шулай уҡ етештереү эшмәкәрлеге лә алып барабыҙ. Үҙебеҙгә еткерелгән бурыс-йөкләмәләрҙе үтәргә тырышып эш итәбеҙ.

Һәр миҙгелдең үҙ мәшәҡәте: яҙын сифатлы итеп һәм оҙаҡҡа һуҙмай йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы һирәкләү, тәрбиәләү һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәр, бурыстар. Һуңғы йылдарҙа йәш үҫентеләр ултыртыу буйынса беҙгә еткерелгән пландар арта бара. Урмандарға һаҡсыл ҡараш, тәрбиә менән бергә әлеге көндә ағастар күләмен арттырыу бу-йынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Район биләмәһендә быйыл 35 гектарҙа ылыҫлы йәш үҫентеләр ултыртылһа, киләһе йылға иһә был маҡсатҡа 55 гектар майҙан әҙерләнде. Урмансылыҡтың бер нисә питомнигынан Усолкалағыһы тергеҙелеп, унда быйыл урман фондын яңыртыу йәһәтенән үҙебеҙ өсөн дә, һатыу өсөн дә сәсеү материалы (йәш ағас үҫентеләре) ултыртылды.

Урманды тергеҙеү һәм тәрбиәләү йүнәлештәре, ағас эшкәртеү, йәғни ҡырҡыу һәм һатыу буйынса дәүләт пландарын да үтәйбеҙ. 200 гектар майҙанда 5 йыл һуҙымында, йәғни электән ултыртылған ағастарҙы тәрбиәләнек, шунса уҡ гектарҙа урмандар һирәкләнде, 100 гектар йығылған, ҡороған, ҡарт ағастарҙан таҙартылды. Шулай уҡ мастерҙарҙың һәр ҡайһыһына 5-әр килограмм һары һәм ябай мәтрүш кеүек дарыу үләндәре йыйып, киптереп тапшырыу планы бирелә. Йыйылған үләндәрҙе сәй етештереү менән шөғөлләнгән Ишембай районының Маҡар урман хужалығына тапшырыу күҙаллана.

Учреждениебыҙҙа 17 кеше эшләй, шуларҙың икәүһе – пилорамасы, һигеҙе - урман мастерҙары, өсәүһе – ағас ҡырҡыусылар, бухгалтерҙар һәм етәксе. Эш күләме артыуы менән бәйле етештереүсәнлекте арттырыу йәһәтенән йәнә өс кешегә хеҙмәт урыны булдырыу күҙаллана. Әлеге мәлдә эшселәребеҙ урманда тир түгә. Үҙәк район дауаханаһы менән килешеү нигеҙендә районыбыҙҙың утын яғып йылытылған 7 фельдшер-акушерлыҡ пунктын утын менән тәьмин итәбеҙ. Пилорамала таҡта ярҙырыу эштәре бара, был маҡсатҡа урмандан ағас ташыла. Районыбыҙ халҡын һәр төрлө таҡталар, кәртә-бағаналар менән тәьмин итергә тырышабыҙ, хаҡтары ла бигүк юғары түгел.

Матди-техник базаға килгәндә, бигүк яңы булмаған өс “МТЗ” тракторы, алты автомашина (еңел, йөк), “УАЗ”-буханка автомашинаһы бар. Шуға ла техника паркын яңыртыу өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын күҙ уңында тотоп, быйыл “Урмандарҙы һаҡлайыҡ!” федераль программаға ярашлы, яңы үҙтейәгесле “МТЗ-82”-манипулятор тракторы һатып алынды. Йәнә өр-яңы “КамАЗ”-вездеходлы булырға торабыҙ, ошо көндәрҙә хужалыҡҡа ҡайтырға тейеш. Киләсәккә пландарға килгәндә, пилораманы яңыртырға, замансараҡҡа, ҡеүәтлерәккә үҙгәртеп ҡорорға, шулай уҡ ниндәй эш хужалыҡҡа файҙа килтерә, шул йүнәлешкә өҫтөнлөк бирергә уйлашабыҙ.

Ғөмүмән, урмансы хеҙмәте еңел түгел, бик ауыр шарттарҙа, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, эшләргә тура килә. Шуға ла беҙҙә эшләгән һәр бер кеше маҡтауға лайыҡ, кемделер айырып билдәләү мөмкин дә түгел. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә, күптәре бында ҙур стажға эйә, тәжрибәлеләр. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен билдәләргә кәрәк. Улар: урман мастерҙары Рауил Әбдрәшитов, Владимир Матвеев, ағас ҡырҡыусы Дамир Балтачев, пилорамасы Миңлеғәле Мөхәмәтдинов һәм башҡалар.

Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ урман эшсәндәрен, ғүмерҙәрен был тармаҡ менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы ихлас күңелдән тәбрикләйем. Еңел булмаған, мәшәҡәтле эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, мәңгелек байлығыбыҙ – урмандарҙы һаҡлауҙа, ишәйтеүҙә арымай-талмай эшләүҙәрен, байрамса кәйеф теләйем.


Читайте нас: