-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 11:41

Эшкә талымһыҙ булды

...Мин кергәндә, ул яңғыҙы ғына сәй эсергә әҙерләнеп йөрөй ине. Әйҙүкләп, мине лә түргә ҡыҫтаны. Венер Ғәлиәкбәр улының яңғыҙы ғына көн күргән сағы. Минифа апайҙың вафатына ла тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Ике улы Себер яҡтарында эшләп йөрөй, ҡыҙҙарының олоһо Өфөлә, кеселәре Стәрлетамаҡта йәшәй, һәр береһе ғаиләле. - Һинең юбилей яҡынлаша түгелме әле? Заманында леспромхозды дер һелкетеп эшләп йөрөгән кешеләр бит. Маҡтау ҙа күп яуҙы үҙегеҙгә. Әллә шул айҡанлы берәй мәҡәлә әүмәләштереп ташлайыҡмы, булмаһа? – тим. Ул көлөмһөрәй биреп ҡуйҙы ла: - Әлләсе... тигәндәй итте. Мин уны ҡыҫтап тигәндәй ризалаштырҙым да мәҡәлә өсөн белешмәләр яҙып алдым. Төрлө сәбәптәр арҡаһында мәҡәләне ваҡытында баҫмаға әҙерләп булманы. Юбилей ҙа үтеп китте...

Яңыраҡ яҙмаларҙы ҡарап ултырғанда, әлеге ҡараламаға юлыҡтым. “Туҡта әле, быйыл Венер Ғәлиәкбәр улының йәнә юбилейы бит. Иҫән булһа, 80-нен тултырыр ине”, - тип мәҡәләне яңынан ҡарап сығып, гәзит битенә бирергә булдым.

Ул 1939 йылда Төкөн ауылында Ғәлиә менән Ғәлиәкбәр Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә тыуа. Төкөн (Үрге һәм Түбәнге) – Красноусол менән Ҡурғашлы араһында ятҡан бәләкәй генә ике ауыл. Бында йәшәүселәр 30-сы йылдар аҙағынан ра-йон үҙәгенең “Ҡыҙыл партизан” инвалидтар артелендә эшләй. Тәгәрмәс туғыны, сана табаны, саңғы, дуға һәм башҡа продукциялар етештерәләр.

Красноусолдағы 1-се ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, атаһы менән бер аҙ урманда эшләй. 1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Магнитогорск-Абдуллино удар тимер юл төҙөлөшөнә эшкә китә. 1957 йылдан йәнә “Ҡыҙыл партизан” инвалидтар артелендә, Красноусол мебель фабрикаһында эшләй. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Ғафури леспромхозының Ҡурғашлы урман пунктында слесарь булып эш башлай. Бензин менән эшләүсе бысҡыларҙы ремонтлай. 1966 йылдан 1994 йылға тиклем урман тракторҙарында һәм ағас тейәгестә (челюсник) эшләй. 1977 йылда Әрибаш урман мәктәбендә уҡып, II класлы тракторсыға имтихан тапшыра.

1981 йылда Венер Ғәлиәкбәр улы Киров политехник техникумында комплекслы ағас әҙерләүсе бригада бригадирҙарының квалификацияһын күтәреү программаһын үҙләштерә. Ҡайтҡас, Ҡурғашлы урман пунктында эксперимент формаһында эреләтелгән ағас әҙерләүсе бригада ойошторола. Бригадаға резервтағы менән бергә дүрт трактор беркетелә. Ағас олонлата әҙерләнә. Эреләтелгән бригадаға айына 4200 кубометр ағас әҙерләү һәм складтарға сығарыу планы еткерелә. Һөҙөмтә көткәндән дә уңышлыраҡ килеп сыға. Ағасты был ысул менән әҙерләү оҙайлы ғына дауам иткәс, урман запасы наҡыҫланыу сәбәпле, ҡайтанан ваҡ бригадалар менән эшләүгә күсәләр. Венер Ғәлиәкбәр улы ағас тейәгестә эшләй башлай.

Хеҙмәттәге уңыштары өсөн 1970 йылда В.И.Лениндың юбилей миҙалы, 1976, 1977, 1978 йылдарҙа “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” знактары, “Хеҙмәт ветераны" миҙалы, 1981 йылда III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены менән бүләкләнә. Байтаҡ Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә була. Алдынғы, эшкә талымһыҙ тракторсы райондың Почет кенәгәһенә индерелә. Һүрәте леспромхоздың “Почет таҡтаһы”нан төшмәй. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты, профсоюздарҙың цехком ағзаһы итеп һайлана.

Хеҙмәттә ете ҡат тирен түккән уңған тракторсы бөгөн иҫән булһа, үҙенең 80 йәшлек юбилейын һәм бөтә ғүмерен бағышлаған һөнәри байрамын - Урман хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләп, йәнә бер ҡыуаныр ине.

Хәсән ҠОТОВ.

Ҡурғашлы ауылы.

Читайте нас: