+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 11:35

Матурлыҡ тыуҙырыусы

Алтын ҡуллы, оҫта парикмахерҙар кешеләргә яҡшы кәйеф кенә түгел, кемгә ниндәй сәс йөрөтөү, тәрбиәләү, буяу кәңәштәрен дә биреп, матурлыҡ бүләк итәләр. Красноусолда шәхси эшен асҡан Флүрә Әхәт ҡыҙы Сунцова тап шундайҙарҙан. Уның “Флоренция” парикмахерҙар салоны “Фонтан” магазинының икенсе ҡатында урынлашҡан. Яратҡан һөнәренең оҫтаһы булған парикмахерҙың үҙ клиенттары бик күп, шуға ла уға эләгәм тиһәң, алдан яҙылырға кәрәк.

Флүрә Әхәт ҡыҙы Ҡарағай ауылы ҡыҙы. Ошо ауылда урта мәктәпте тамамлағас, 5-се класта уҡ парикмахер булырға ҡарар иткәнлектән, күп уйлап тормай, Өфөгә һөнәр алырға юллана. Уҡып сығып, эш башлауына ла 31 йыл булып киткән.

- Миңә сәс менән булышыу оҡшай. Беренсе прическаны мәктәптә уҡығанда туғаныма яһап ҡыуандым. Өфөлә эшләп алдым, һуңынан “Красноусол” шифаханаһында ял итеүселәргә, эшселәргә күңел биреп матурлыҡ тыуҙырырға тырыштым. Һәр осорҙоң үҙ модаһы була бит, шуға ла төрлө салондарҙа уҡырға ла өлгөрәм, яңылыҡҡа ынтылам, - ти үҙ эшенең оҫтаһы Флүрә Сунцова.

Ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк иткән мөләйем йөҙлө, сибәр ҡатын яратҡан эшенән ҡәнәғәт. Уға бер тапҡыр мөрәжәғәт иткән кеше һәр саҡ уның оҫта ҡулдарына ғына ышана, даими клиентҡа әйләнә.


Читайте нас: