Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү квитанцияһындағы шәхси счет һаны буйынса шәхси кабинетҡа инеп, банк картаһы мәғлүмәттәрен яҙып түләгәндән һуң, электрон чек бирелә. Аҡсаны Visa, MasterCard һәм башҡа банктарҙың Мир карталары аша комиссияһыҙ күсерергә була. Яңы система тест рәүешендә бер ай эшләгән, ошо арауыҡта уның менән 160 абонент файҙаланған.