+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 12:16

Толпарҙарҙы моңландырҙы Фәрүәз

Йәйҙең матур көнөндә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин ижадташ дуҫтары менән Толпар ауылына концерт менән килде.

Өфө ҡунаҡтары концертты бушлай алып килгән. Был кисте Толпар халҡы Фәрүәз Урманшин репертуарындағы моңло йырҙарҙы тыңлап, һөйөнөп, моңланып ултырҙы. Тамашасылар араһында йырсыға ҡушылып йырлаусылар, бейеүселәр ҙә табылды. Ауыл халҡы ысын мәғәнәһендә моң даръяһына сумып, рәхәтләнеп күңел асты, ял итте. Ҡыҫҡаһы, сара фәһемле, йәнле, күңелле үтте. Халыҡ яратҡан йырсыһына мең рәхмәттәр әйтеп, иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн сиратҡа баҫты.

Ысынлап та, Фәрүәз Урманшиндың моңло тауышын халыҡ ярата, уның менән ғорурлана, яҡын күрә. Йомғаҡлап шуны әйтке килә, йыраҡ араны яҡын итеп килгән артистарға Толпар ауылы халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә ижади уңыштар, репертуарҙарының даими рәүештә яңы йырҙар менән тулыланып тороуын теләйбеҙ.

Рәсих АБДРАХМАНОВ.

Толпар ауылы.

Читайте нас: