Уға хәрби бәрелештәр ветерандары, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәгенең “Йәш армия” берекмәһе ағзалары, мәктәп уҡыусылары килгәйне.
Митинг алдынан “Перевал” төркөмө солисы Марс Хәйруллиндың, хәрби бәрелештәр ветераны Андрей Рыбалконың йырҙары яңғыраны.
Сараны район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.И.Герасимов асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирҙе. Ул локаль һуғыш, сик һағы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын, һәләк булғандарҙың туғандарын тәбрикләне, был көндөң мөһимлеген билдәләп, Афған һуғышында ҡатнашҡан 200-ҙән ашыу, Чечен Республикаһында булған 250-нән ашыу райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугирҙарҙың батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тине.
“Хәрби туғанлыҡ” төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Андрей Пронин Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Район хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров алтынсы йыл рәттән уҙғарылған Хәтер көнөнә килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәленә тере сәскәләр һалынды. Митингынан һуң барыһы ла “Йәшлек” паркында уҙасаҡ спорт ярыштарына юлланды.