1926 йылда Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Ғәрифә һәм Ситдыҡ Юлбарисовтар ғаиләһендә донъяға килә атайыбыҙ. Кесе йәштән үк әсәйһеҙ ҡалып, тормош ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татып үҫә. Ғаиләләрендә 4 малай була улар. Һуғыш башланғас Абдулла, Тәҡиулла ағалары беренселәрҙән булып һуғышҡа алына. Һуңғыһы яу яланында ғүмерлеккә ятып ҡала. Атайыбыҙ ун дүрт йәштән “оҙон аҡса”ға йөрөһә, ун алтыла йәшен арттырып күрһәтеп, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Сталинград эргәһендәге ҡаты алышта ла ҡатнаша. 1945 йылда аяғы йәрәхәтләнеп, тыуған ауылына ҡайта. Ҡаһарман батырҙың түшен батырлыҡ өсөн бирелгән орден һәм бик күп миҙалдар биҙәй ине.
Һуғыштан һуң күп тә тормай Сәбилә һәм Һәҙиәт Сәйфетдиновтарҙың һылыу кесе ҡыҙҙары Зөбәйҙә менән өйләнешәләр. Атайыбыҙ ҡупшы, йор һүҙле, шул уҡ ваҡытта етди кеше булһа, инәйебеҙ алтын ҡуллы, һандуғас тауышлы, изге күңелле ине. Уларҙың бер-бер артлы 9 балалары – иң олоһо Рәйлә, Рәшит, Рәфит, Рисәлә, Рима, Разифа, Ришат, Розалия, кесеһе Раил был яҡты донъяға ауаз һалғанбыҙ. Беҙ бөтә эште лә эшләп үҫтек, ҡул бысҡыһы менән утынын да быстыҡ, ярҙыҡ. Өйҙә һәр ваҡыт тәртип, атай нимә әйтә, шул һүҙ була торғайны. Атайыбыҙ һуғыш яраларынан һыҙланып, йыш ауырый ине. Шулай булһа ла иҫәп-хисапҡа маһирлығы арҡаһында дүрт класс ҡына белемле көйө инәйебеҙ менән утыҙ йылға яҡын магазинда эшләнеләр. Уларҙың фотоһүрәттәре Почет таҡтаһынан оҙаҡ йылдар буйы төшмәне. Әле лә оло әбей-бабайҙарҙың: “Оҫта һатыусы булдылар, һатып та, ышаныслы кешеләргә үтескә лә биреп ебәрә торғайнылар”, - тип маҡтап һөйләүҙәрен ишетергә була. Атай-инәй күпселек эштә булғанлыҡтан, беҙҙе Сәбилә өләсәйебеҙ ҡарашты.
Атайым һатыусылыҡтан тыш, клуб мөдире, ауыл Советы рәйесе һәм мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире булып та эшләп өлгөрҙө.
Йәйге уттай ҡыҙыу эш мәлендә аяуһыҙ сир атайыбыҙҙы беҙҙең аранан иртә алып китте. 48 йыл ғүмер эсендә быуаттарға торошло эҙ ҡалдырып, күп нәмәгә өлгәште ҡәҙерле кешебеҙ. Инәйебеҙ ҙә атайыбыҙҙың юҡлығын ауыр кисерҙе. Ул да унан һуң 6 йыл ғына йәшәп, был донъянан иртә китте. Әлбиттә, беҙгә – балаларына ауырға тура килһә лә атай-инәйҙән алған тәжрибә, фатиха яҡты киләсәккә көслө этәргес булды. Эшләп, матур тәрбиә алып үҫкәс, беребеҙ ҙә юғалып ҡалманы, һәр беребеҙ матур ғаилә ҡороп, намыҫлы хеҙмәт менән ғүмер үрҙәренә үрләне. Бөгөнгө көндә бер тамырҙан сыҡҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, килен-кейәүҙәрен бергә ҡушып иҫәпләһәң 140-тан ашып китә.
Атайыбыҙҙың ҡыҙыҡлы шиғыр һөйләүҙәрен йотлоғоп тыңлап ултырыуҙарыбыҙ, эштән ҡаршылағанда беҙҙең менән баҫтырышып ҡайтҡанын, инәйемдең ихласлап әҙәби әҫәрҙәр уҡыуын, моңло йырлауын кисә генә булған кеүек һағынып хәтерләйбеҙ.
9 Майҙа “Үлемһеҙ полк”та атайыбыҙҙың фотоһүрәтен тотоп сығабыҙ. Хәҙер инде төштә генә күрешһәк тә, беҙ атайым һәм инәйемдең яҡты иҫтәлеген күңел түрендә һаҡлап, ғорурланабыҙ, улар беҙҙең өсөн һәр саҡ яҡты маяҡ булып тора.