Районыбыҙҙа 20 филиалы менән 25 белем биреү учреждениеһында: 11 урта, 7 төп мәктәп, 1 гимназия-интернат, 4 балалар баҡсаһы, 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы бар. Бынан тыш, 18 мәктәптә 52 мәктәпкәсә төркөмдә мәктәпкәсә белем биреү ойошторолдо.
“Мәғариф” милли проектында ҡатнашыуға йүнәлтелгән саралар сиктәрендә районыбыҙҙа белем биреү ойошмалары “Заманса мәктәп”, “Цифрлы белем биреү мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам” төбәк проекттарында ҡатнаша.
“Заманса мәктәп” проекты буйынса Сәйетбаба урта мәктәбе менән Красноусол башҡорт гимназияһында 2019 йылдың 20 сентябрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре булдырыу һәм асыу планлаштырылды. Бының өсөн дәүләттән 3 млн һумдан ашыу аҡса бүленде. Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәктәптәрҙең технология, математика, информатика, ОБЖ фәндәре буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлеккә һәм өҫтәлмә программаларға матди-техник базаны яңыртыу күҙаллана. 2024 йылғаса был проектҡа 16 мәктәп һәм филиалды йәлеп итеү планлаштырылған. Проект заманса матди-техник базаны булдырыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә уҡыуҙың йөкмәткеһен һәм ысулдарын яңыртыуға йүнәлтелгән. Уҡыуға мотивация беренсе планға сыға.
“Балалары булған ғаиләләргә ярҙам” проекты сиктәрендә мәктәпкәсә төркөмдәр булған бөтөн балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә консультатив үҙәктәр булдырылды. Уларҙа белгестәр ата-әсәләргә мәктәпкәсә йәштәге баланың үҫешенә, тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға шарттар булдырыуҙа консультатив ярҙам күрһәтә, балаларҙы социалләштереүгә булышлыҡ итәләр.
Белем биреүҙең сифатын билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе булып Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре тора. Быйыл 146 уҡыусы БДИ тапшырҙы. Сифатҡа килгәндә, шуны билдәләргә кәрәк, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең бер сығарылыш уҡыусыһы тейешле кимәлдә балл йыя алмай, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтә һәм аттестат ала алманы. 20 уҡыусы тик яҡшы билдәләрҙән генә торған аттестат алды һәм “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. БДИ-ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн КБГИ-ның сығарылыш уҡыусыһы Аделина Рахманғолова хакимиәт башлығының 20 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булды.
Туғыҙынсы класты 435 уҡыусы тамамлап, шуларҙың 398-е төп дөйөм белем биреү тураһында документ алды, 27-һе отличие билдәле аттестатҡа эйә булды. 37 уҡыусы сығарылыш имтихандарын тапшыра ла, аттестат та ала алманы.
Йыл һайын районда иң яҡшы педагогик практиканы дөйөмләштереү һәм таратыу маҡсатында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы үткәрелә килеп, быйыл унда 12 педагог ҡатнашты. Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең ОБЖ уҡытыусыһы Олег Сергеевич Николаев еңеп сығып, 50 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде. Юлыҡ мәктәбенән Минзәлә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, Красноусолдағы 2-се мәктәптән Наталья Викторовна Иванова “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, ошо уҡ мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Азат ҡыҙы Йәркәйева “Иң йәш йыл уҡытыусыһы” номинацияларында еңеүсе булып, 25-әр мең һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булдылар.
Ошондай уҡ конкурс районда һәм республикала мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында ла уҙғарыла. 2018 йылда “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алёна Владимировна Әбдрәшитова республика конкурсында лауреат булды. 2019 йылда район конкурсында 11 педагог ҡатнашты. “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская еңеү яуланы. Быйыл тәүгеһенән “Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мос-тафина СНГ илдәренең мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары белгестәренең “Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре” тип исемләнгән IV Халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашып, “Иң яҡшы өлкән тәрбиәсе” номинацияһында II дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Быйыл шулай уҡ тәүгеһенән “Миләшкәй” менән “Тирәккәй” балалар баҡсалары Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсалары” смотр-конкурсында ҡатнаштылар. Смотрҙың маҡсаты – мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы 500 ойошмаһын асыҡлау. Конкурста барлығы 32 мең 352 ҡатнашыусы булып, уның һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең баҡсаларыбыҙ ҙа еңеүселәр иҫәбенә инде.
Яңы уҡыу йылында “Уҡытыуҙың сифатын яңы интерактив уҡытыу ысулдарын эҙләү һәм эшкәртеү аша күтәреү” лабораторияһын булдырыу планлаштырыла. Инновацион эшмәкәрлек субъекттары булып Красноусолдағы урта мәктәптәр һәм башҡорт гимназия-интернаты торасаҡ. 3-сө урта мәктәптә кадет класы асыу күҙаллана.
2019 йылда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының традицион муниципаль этабы үтеп, унда 903 уҡыусы ҡатнашты. 100 уҡыусы муниципаль этаптың еңеүселәре һәм призерҙары булды. Ә төбәк этабында 14 уҡыусы ҡатнашты.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призерҙарҙы әҙерләүселәр: Красноусол башҡорт гимназияһынан Марат Рәмзил улы Юнысов һәм Ирина Ильяс ҡыҙы Вафина, Красноусолдағы 2-се мәктәптән Нурия Азкар ҡыҙы Әхмәтйәнова, Ләлә Рәшит ҡыҙы Абдуллина, Ольга Владимировна Опарина, 3-сө мәктәптән Марина Александровна Кочешкова, Земфира Рәшит ҡыҙы Солтанова. Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала: 1-се мәктәптән Фәрзәнә Йәнүр ҡыҙы Шәрәфетдинова, башҡорт гимназияһынан Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһында 3-сө мәктәптән Дилә Ҡыяметдин ҡыҙы Абдуллина, КБГИ-нан Юлай Рәйес улы Мәүлетҡоловтың уҡыусылары призер булды.
Быйыл Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре конкурсының республика этабында 6 уҡыусының 5-һе призер һәм номинацияла еңеүсе булды. Уларҙы Рәсүл Тәҡиулла улы Ғилманов (Сәйетбаба урта мәктәбе), Иван Викторович Соколов, Эльмира Ғәптрәүеф ҡыҙы Кәримова (1-се мәктәп), Юлиә Зәйнулла ҡыҙы Салауатова (КБГИ) әҙерләне.
Хөрмәтле конференцияла ҡатнашыусылар!
Уҡытыу сифатын күтәреүҙә мөһим аҙымдарҙың береһе булып районыбыҙҙың “Цифрлы уҡытыу мөхите” милли проектында ҡатнашыуы, тип иҫәпләйем.
2019 йылда был проект буйынса Красноусолдағы 2-се урта мәктәп базаһында белем биреү ойошмаһына маҡсатлы модель индереү, уҡытыу процесын заманса мәғлүмәт технологиялары, компьютер ҡорамалдары, тиҙлеге 50 Мб/с-тан да кәм булмаған юғары тиҙлекле “Интернет” селтәре менән йыһазландырыу планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә өҫтәлмә белем биреү айырыуса ҙур роль уйнай. Өҫтәлмә белем биреү учреждениеларының эш йомғаҡтары район, рес-публика һәм Бөтә Рәсәй сараларындағы һөҙөмтәләрҙә асыҡ күренә.
Балалар ижады үҙәге педагогтары Айрат Ришат улы Миңлебаев, Светлана Васильевна Бакаева, Айгөл Мәхмүт ҡыҙы Фәйзуллина, Наталия Анатольевна Шәйҙуллина, Маргарита Сергеевна Воробьева, Николай Вениаминович Николаев; Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары Наталья Геннадьевна Проценко, Вил Винер улы Үтәғолов, Алексей Валерьевич Яковлев, Айрат Марат улы Сабиров, Динар Хисмәт улы Ноғайғолов йылдың-йылы үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре менән төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашып, һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Районда өҫтәлмә белемгә балаларҙың 58 проценты йәлеп ителгән. Милли проекттар буйынса саралар планына ярашлы, 2024 йылға был күрһәткес 80 процентҡа еткерелергә тейеш. Был йәһәттән өҫтәлмә белем биреү учреждениелары алдында ауыл мәктәптәре базаһында филиалдар асыу бурысы тора.
Өҫтәлмә белем биреүҙе тормошҡа ашырыуҙа ҡайһы бер мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән индерелгән “Ҡанатлан!” проектының “Шахмат уйнарға өйрән”, “Минең ғаиләм”, “Хәүефһеҙ Интернет”, “Бейе”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Интерактив башҡорт теле”, “Иркен һөйләш” модулдәре булышлыҡ итәсәк.
Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә даими ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселегендәге хакимиәткә, бөтөн етәкселәргә, педагогтарға, хеҙмәткәрҙәргә, ата-әсәләргә, башҡа ойошмаларға рәхмәтлемен. Иҡтисади йәһәттән ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, мәктәптәрҙе әҙерләү уңышлы, ремонт үҙ ваҡытында уҙғарылды.
Һеҙгә хеҙмәтегеҙҙә сағыу уңыштар, һәләтле тәрбиәләнеүселәр, аңлаусан ата-әсәләр, дәүләт яғынан иғтибар, ныҡлы һаулыҡ һәм оло бәхет теләйем.