0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 12:09

Алдан хәстәрлек күрегеҙ

14 октябрҙә Башҡортостанда аналог телевидение һүндерелә тигән иҫкәртеүҙе республика халҡы күп тапҡырҙар ишеткәне бар. Ысынлап та, 24 көндән федераль телеканалдар аналог тапшырыуҙарынан баш тартып, һанлы телевидениеға күсәсәк. Был ваҡытҡа яратҡан телетапшырыуҙарҙы ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм булмаҫ өсөн алдан уҡ хәстәрлек күрергә кәрәк.

Һанлы телевидение яҡшы сифатлы 20 телеканалды һәм 3 радиостанцияны бушлай ҡарарға һәм тыңларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ телетекст, тапшырыуҙар программаһын экранда ҡарау мөмкинлеге лә була. Республиканың 1000 тораҡ пунктында һанлы телевидение сигналы тотмай. Унда йәшәүселәргә кабель телевидениеһы уҙғарырға йәки спутник антенналары һатып алырға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙә кабель йәки интернет йә булмаһа IP телевидение йәки спутник антеннаһы икән, һеҙгә телевизион реформа ҡағылмай, һеҙ былай ҙа телетапшырыуҙарҙы һанлы форматта ҡарайһығыҙ. Әгәр ҙә телевизорығыҙ 2013 йылға тиклем һатып алынған булһа, уны яңы форматҡа күсерергә йәки һанлы приставка һатып алырға тура киләсәк. Һатып алғанда һатыусынан приставканың DVB-Т2 форматлыһын һорағыҙ.

Ниндәй һанлы приставка алыуҙы һәр кем үҙ финанс мөмкинлектәренә ҡарап хәл итә. Иң осһоҙлоларында кнопкалар булмай һәм пульт боҙолған хәлдә уның менән ҡуллана алмаясаҡһығыҙ. Ҡыйбатлыраҡ моделдәр навигация һәм хатта көйләү кнопкалары менән була. Приставкағыҙҙың бөтә төр аудио-видеосигналдарҙы (MPEG-4(AVC/Н.264), USB PVP) тотоу мөмкинлеге булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Приставканы нисек тоташтырырға?

Ғәҙәттә приставка телевизорға RCA кабеле (сымдың осонда 3 төҫлө штекерлы) ярҙамында тоташа. Тағы ла бер ысулы – HDMI кабеле менән тоташтырыу. Әгәр ҙә һеҙ һанлы сигнал тотмаған зонала йәшәйһегеҙ икән, һеҙгә спутник антеннаһы һатып алырға тура киләсәк.

Дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостанда һанлы телевидениеға күскәндә дәүләт ярҙамы тағы ла ике категория граждандарға күрһәтеләсәк.

Улар – ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарҙа йәшәүсе һәм телетапшырыуҙарҙы субтитрҙар менән ҡараусы насар ишетеүсе кешеләр. Һанлы телевидение сигналы булған зонала йәшәүселәргә һанлы приставка һатып алыу өсөн 1 мең һумға тиклем компенсация ҡаралған. Документтарҙы Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Был зонаға инмәгәндәргә “Спутниктелеком” АО-һы спутник антенналары урынлаштыра. Ғариза яҙыу һәм документтарҙы йыйыуҙа урындағы власть органдары ярҙам күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы бу-

йынса ғинуар аҙағынан дәүләт ярҙамы пенсияларына федераль өҫтәмә алғандарға һәм балалар пособиеһы алыусы аҙ килемле балалы ғаиләләргә күрһәтелә. Әлеге көнгә дәүләт иҫәбенә 5,4 мең спутник антеннаһы ҡуйылған. Тағы ла 1600 кеше һанлы приставкалар өсөн компенсация алған.

Дәүләт ярҙамы тейешле категорияға ҡарағандар ағымдағы йылдың 29 ноябренә тиклем ғариза бирә ала.

Дәүләт ярҙамы тураһында һорауҙар менән 8800-347-00-55 (БР Матбуғат агентлығы, бушлай, эш көндәрендә 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем), техник ярҙам кәрәк булғанда 8800-220-20-02, 8(347) 246-45-78 (РТРС филиалы, бушлай, тәүлек әйләнәһенә), һанлы приставка алыуға компенсация алыу тәртибе буйынса һорауҙар менән 8(347) 282-40-35 (БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем, 13.00 – 14.00 сәғ. – төшкө ял) телефондарына шылтыратырға мөмкин.


Читайте нас: