+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:28

Әҙерлек дауам итә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғафури дәүләт статистика бүлексәһе 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға әҙерлектең мөһим этабына тотондо.

Был этаптың бурысы – кешеләр йәшәгән йәки йәшәүе ихтимал йорттар исемлеген аныҡлау. Был эште атҡарыу өсөн 20 теркәүсе (регистратор) ҡабул ителеп, өйрәтелде. Улар ике ай һуҙымында күрһәтелгән урынға барып, маршрут ҡағыҙҙары һәм карталары ярҙамында был урын менән карталағының бер-береһенә тап килеү-килмәүен асыҡлаясаҡ. Шулай уҡ урам исемдәре һәм йорт һандары күрһәткестәре булыуына ла иғтибар итәсәк. Теркәүселәр таныҡлыҡ алып йөрөргә тейеш була, был таныҡлыҡтар паспорт менән бергә генә ғәмәлдә.

- Миңә был киң ҡоласлы эштә ҡатнашыу бик оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты теркәүселәрҙең береһе Илдар Рөфҡәт улы Йәғәфәров (һүрәттә). - Миңә таныш участкала эшләргә тура килде. Күп кешеләрҙе беләм, улар ҙа биргән һорауҙарыма ихлас яуап бирҙе. Тик адрес хужалығын аныҡлағанда йорт һандары, урам күрһәткестәре булмауы эште ҡыйынлаштырҙы.

Ысынлап та, был эште башҡарғанда иң ауыры - урам һәм йорт күрһәткестәренең булмауы ине. Яңы биҫтәләрҙә күрһәткестәр бөтөнләй юҡ. Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәтенә бында йәшәүселәр менән бергәләп проблеманы хәл итергә кәрәктер.

Бөтә был эштәр барышын 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса махсус төҙөлгән комиссия контролдә тотасаҡ. Район халҡынан, урындағы үҙидара органдарынан регистраторҙарға кәрәкле мәғлүмәт алыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорайбыҙ. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу планы төҙөләсәк.

Гүзәл ФӘТҠУЛЛИНА,

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса вәкил.

Читайте нас: