Фәниә Шөғәйеп ҡыҙының гимназияға тәүге килеүе түгел. Гимназия асылғандың икенсе йылында уҡ район мәғариф бүлеге методисы Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Мөхөтдинова саҡырыуы буйынса ул беҙҙең районда яңыса уҡытыу системаһына арналған лекция уҡырға килә. Өр-яңынан сыҡҡан “Әлифба” дәреслеге менән таныштыра, уның менән эшләү алымдарын күрһәтә. Һуңғараҡ алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар менән танышып, башланғыс клас-тар өсөн яңы стандарттарға ярашлы “Башҡорт теле” дәреслеге төҙөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Ул ваҡытта гимназиябыҙҙың янып-көйөп эшләп йөрөгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева менән Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Рәмилә Вилдан ҡыҙы Сиражетдинова дәртләнеп эшкә тотона. Әлбиттә, балалар менән дә эшләп, дәрестәрҙән һуң ғилми эш менән ултырыу уҡытыусыларға еңелдән булмай. Шулай ҙа улар был эште атҡарып сыға алалар. Хәҙер был дәреслектәр буйынса республикабыҙҙың барлыҡ башҡорт мәктәптәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорт балалары ла уҡый. Беҙ шундай коллегаларыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ.
Осрашыуҙа Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы дәреслектәрҙе яңы күҙлектән ҡарап, ентекле анализ бирҙе, яңыса уҡыу-уҡытыу алымдары менән таныштырҙы. Уҡытыусыларҙың дәреслектәр буйынса иҫкәрмә-теләктәрен тыңланы. Һөйләшеү һуңында дәреслектәрҙе яңыртырға кәрәк, тигән һығымтаға киленде. “Был бер кешенең генә эше түгел, шуға ла һеҙҙән ярҙам көтәм”, - тип һүҙен тамамланы Ф.Сынбулатова.
Киләсәкте хәстәрләп, балаларға яңыса белем биреү яғынан да, практик яҡтан да күберәк әһәмиәткә эйә булған дәреслектәр төҙөү – заман талабы. Гимназия уҡытыусылары, әлбиттә, ундай яҡшы башланғысҡа әүҙем ҡушыласаҡ.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
башланғыс кластар кафедраһы етәксеһе.