+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:26

Иң яҡшы бал Мөлөковтарҙа

14 сентябрҙә Өфөлә “Өҫтәлдә бал – ғаилә һау-сәләмәт!” тигән башҡорт балы республика фестивале үтте. Төрлө-төрлө ҡорт балын һатыу һәм таратыу өсөн ҙур мөмкинлеккә эйә был мәртәбәле сарала республикабыҙҙың иң яҡшы 100-ҙән ашыу умартасыһы (улар араһында беҙҙең район умартасылары ла бар ине) үҙ продукцияһын халыҡҡа тәҡдим итте.

Фестиваль сиктәрендә Башҡортостан бренды булып торған башҡорт балы конкурсы уҙғарылды һәм төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Улар араһында районыбыҙҙың Ҡотлоғужа ауылының даланлы умартасыһы Рифҡәт Мөлөков (һүрәттә) та бар. Мөлөковтарҙың умартасылар нәҫеле быуаттан ашыу йылдар дауамында юғары сифатлы бал етештерә. Быуындан-быуынға (ҡарт олатаһы, олатаһы, өләсәһе, атаһы шөғөлләнгән) күсә килгән ҡортсолар нәҫелен дауам итеүсе Рифҡәт Хәмзә улының халыҡҡа тәҡдим иткән балы “Иң яҡшы бал” номинацияһында билдәләнде. Умартасы бал һурҙырғыс менән бүләкләнде, шулай уҡ бүләк сертификатына һәм 2021 йылда Өфөлә үтәсәк “Апимондия” халыҡ-ара конгресы сиктәрендәге күргәҙмәлә ҡатнашыу хоҡуғы биргән сертификатҡа лайыҡ булды. Р.Мөлөков сараға ҡыҙын, йәғни шөғөлөн дауам итәсәк 4,5 йәшлек Эльгинаны үҙе менән алған. Ҡыҙы “Иң бәләкәс умартасы” номинацияһында билдәләнеп, бүләк алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.


Читайте нас: