+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:32

Легендар хоккейсы Владислав Третьяк та килгән

Күптән түгел республикабыҙ баш ҡалаһында үткән V Халыҡ-ара Өфө марафоны-2019 донъяның 22 иленән, илебеҙҙең 37 төбәгенән һәм 253 ҡалаһынан 5300-ҙән ашыу кешене үҙенә йыйҙы.

Республикабыҙ өсөн уғата мөһим ваҡиғаны тантаналы асыу сараһына хөрмәтле ҡунаҡтарҙың – билдәле комментатор Дмитрий Губерниев менән легендар совет хоккейсыһы Владислав Третьяктың килеүе сараның мәртәбәһен арттырҙы.

-Төбәк етәкселегенең кешеләр спорт менән шөғөлләнһен өсөн барыһын да эшләүе өсөн мин бик шатмын. Илебеҙгә көслө кешеләр бик кәрәк. Өҫтәүенә, бындай ярыштар кешеләрҙе берләштерә. Беҙ тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн! Барығыҙға ла уңыштар теләйем һәм бында булыуым өсөн бик тә шатмын, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты В.Третьяк.

Ярыш барышында йүгеректәр марафон (42,2 км), ярыммарафон (21,1 км) дистанцияларын үтте, 10, 5 һәм 2 саҡрымға йүгерҙе. Бынан тыш командалар 4х10,5 км-ға эстафетала ҡатнашты.

Бындай етди спорт сараһынан ғафуриҙар ҙа ситтә ҡалманы. Районыбыҙҙың билдәле спортсыһы Илнур Кейекбаев тәүге унау иҫәбендә булды. Күп марафондарҙа ҡатнашып килгән йүгерек егеткә лидерҙарҙы ҡыуып етергә 15 минут ҡына етмәй ҡала. Яҡташыбыҙҙың “алтын” пьедесталдары алда әле.

Илнурҙан тыш, ғафуриҙарҙың данын был марафонда уның атаһы Ғайса Кейекбаев (60 йәштән өлкәнерәктәр араһында) һәм апаһы Әлфиә (21 километрға йүгерҙе) яҡланы. Ошондай уҡ дистанцияны әүҙем йәмәғәтсе Ришат Шаймарҙанов (ра-йон сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе) ышаныслы үтте. Шулай уҡ районыбыҙҙы Рөстәм Мөхәмәтйәнов, Илдар Уразғолов (Стәрлетамаҡ физкультура колледжы студенты), Георгий Афанасьев (Красноусолдағы 1-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы), Артур Дәүләтбаев (“ГИП-Электро” электригы), Айнур Абдуллин, Азамат Сәлихов (студенттар), спортсылар Фәйез Ҡасҡынбаев, Лиана Хәкимова, Розалия Дәүләтбаева, Рүзилә Юлыҡова күрһәтте.

Шуныһы маҡтауға лайыҡ, уларҙың береһе лә дистанциянан сыҡмай, барыһы ла финиш һыҙығын лайыҡлы үтте. Марафонсылар Маҡтау грамоталары, миҙалдар, футболка һәм сумкалар менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусылар ҡатнашыусыларға спортҡа тоғролоҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм артабан Ҡазан, Силәбе, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙа уҙасаҡ марафондарға саҡырҙы.

- Беҙҙе бик яҡшы ҡаршыланылар, марафон тейешле кимәлдә уҙҙы. Трассала туҡланыу ойошторолғайны, һәр бер ҡатнашыусыға емештәр ашап, витаминлы эсемлектәр эсеү мөмкин булды. Ә Владислав Третьякты яҡындан күреү үҙе ни тора, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты марафонсы Ришат Шаймарҙанов. – Марафонда ҡатнашыусы Ғафури спортсылары исеменән унда барып ҡайтыуҙы ойошторған район хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Ш.Хәкимовҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ шулай уҡ башҡа марафондарҙа ҡатнашырға ла бик шат булыр инек, - тине марафонсы.


Читайте нас: