-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:10

Малдар “Солнышко”ла эшкәртелә

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеп эшләү тергеҙелеп, Хөкүмәт тарафынан яҡлау тапты. “Башҡортостан Республикаһында 2015-2017 йылдарға ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү” маҡсатлы программаһы ҡабул ителеп, тап уға ярашлы, берләшеп эшләүсе ауыл хужалығы етештереүселәренә гранттар бүленә. Беҙҙең районда төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыу маҡсаты менән һигеҙ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлде. Шуның өсәүһе табыш килтереү проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы: Бурлы ауылындағы “Ғафури һөтө” СПК-һы 2016 йылда кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереүгә грант алып, һөт эшкәртеү буйынса мини-һөт заводы төҙөнө. 2018 йылда грант алған “Хәләл - Еҙем” СССППК-һы (тәьмин итеү-һатыу эшкәртеү ауыл хужалығы кооперативы, рәйесе – Ф.М.Басиров) күптән түгел Юлыҡта итле ярымфабрикаттар етештереү цехы асып, үҙ эшмәкәрлеген башлағайны.

Ошо уҡ йылда 2250000 һумлыҡ грантҡа эйә булған “Солнышко” СПСПК-һы (ауыл хужалығы эшкәртеү-һатыу ҡулланыусылар кооперативы, рәйесе – ошондай уҡ исемдәге крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе М.Ш.Алиян) был дәүләт ярҙамын һәм 250 мең һум үҙ аҡсаһын мал һуйыу пункты төҙөлөшөнә йүнәлткәйне. Шулай уҡ модулле ҡорамалдар һатып алынған. Муниципаль бюджеттан цех биләмәһен төҙөкләндереүгә субсидия рәүешендә 200 мең һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелгән.


12 сентябрҙә Табын ауылында “Солнышко” ауыл хужалығы кооперативы базаһындағы мал һуйыу цехы тантаналы шарттарҙа асылды. Районыбыҙ өсөн генә түгел, республика кимәлендә лә мөһим булған был сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Родионов, район Советы секретары Рәшит Монасипов, белгестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡтар етәкселәре, ветеринарҙар ҡатнашты.

- Бындай мал һуйыу цехы район өсөн бик кәрәк. Районыбыҙҙың бөтөн ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре продукциялары, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа аҫралған малдар ите сауҙаға тап ошондай цехтарҙа һуйылып, “Меркурий” программаһы аша ғына сығырға тейеш. Ошо маҡсатта Москов Шабабович Алиян инициатив төркөм булдырып, кооператив төҙөнө һәм улар тарафынан мал һуйыу пункты барлыҡҡа килеп, бөгөн үҙ ишектәрен аса, - тине “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Ю.Родионов.

Артабан кооператив етәксеһе М.Ш.Алиян һүҙ алды:

- Минең уйымса, бөгөн эре һәм ваҡ мал һуйыу цехын асыу район өсөн генә түгел, республика өсөн дә мөһим ваҡиғаларҙың береһелер. Сөнки, әгәр ҙә яңылышмаһам, Башҡортостанда бындай пункттың тәүгеһеме, икенсеһеме генә. Был маҡсатҡа бик күп аҡса һалынды, дәүләт биргән 2250000 һум аҡсанан тыш, дөйөм 3600000 һум аҡса тотонолдо. Әлбиттә, был беҙҙең бәләкәй фермер хужалығы өсөн әҙ сумма түгел. Программа дөрөҫ эшләр, район кешеләре мәнфәғәтендә хеҙмәт итер, тигән ышаныста ҡалам. Мал һуйыу цехы үҙемдең хужалыҡ өсөн генә төҙөлмәне, ә район халҡына хеҙмәт күрһәтеү өсөн булдырылды. Киләсәктә бындай пункттар халыҡ малдарын йыраҡҡа йөрөтмәһен өсөн районыбыҙҙың төньяҡ, көньяҡ өлөшөндә лә булдырылыр. Беҙҙә хаҡтар башҡа урындағы менән сағыштырғанда ҡыйбат түгел, бер баш эре малды һуйыу – 1800, ваҡ малға 250 һум тәшкил итә. Беҙгә малдарын килтерергә мөмкинлектәре булмағандарға шулай уҡ хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, - тине Москов Алиян һәм цехты асыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығына, Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәгенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов районда һөйөнөслө ваҡиға – мал һуйыу цехы асылыуын билдәләп, етәксенең был эшкә ҙур көс һәм финанс түгеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Районда бындай цехтар бер-икәү генә түгел, ә һәр бер хужалыҡта булырға тейешлеген, малдар, һыйырҙар һанын арттырырға кәрәклеген билдәләп үтте.

- Рәсәй Федерацияһы Таможня Союзына ингәндән һуң, 2014 йылдан Рәсәй биләмәһендә “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге” техник регламенты талабы эшләй башланы. Ошоға ярашлы, ауыл хужалығы малдары тик малды һуйыу пункттарында, майҙансыҡтарҙа һәм цехтарҙа эшкәртелергә тейеш. Был бигерәк тә социаль объекттарға (ит продукцияһы менән эш итеүсе ашхана, шифахана, кафе һ.б.) һәм баҙарҙа, йәрминкәлә һатыусыларға ҡағыла. Ихатала һуйылған мал итен сауҙаға сығарыу тыйыла, ә үҙең ҡулланыу өсөн генә һуйырға мөмкин. Мал һуйыу пункттарына оҙатыр алдынан малға ветеринар тикшереү үткәрелеп, ветеринар белешмә тултырылырға тейеш. Ауырыған, идентификацияһы (тамға), ветеринар белешмәһе булмаған малдарҙы һуйыу тыйыла. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, ошо мөһим эште берлектә атҡарып сығайыҡ, ауыл халҡына малдарҙы һуйыу пунктына килтереүҙә ярҙам итәйек, аңлатыу эштәре алып барайыҡ, - тине цех асыу шатлығын уртаҡлашып район ветстанцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдинов.

Ниһайәт, тантаналы мәл етте. Тыштан матур итеп биҙәлгән, тирә-яғы асфальтланған мал һуйыу цехының ҡыҙыл таҫмаһы киҫелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла цех менән танышыу өсөн эскә үтте.


Читайте нас: