+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:17

Табындар тракторлы булды

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуплап ҡаршы алынып, дүртенсе йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы.

Ә бына Табын ауыл биләмәһе бер нисә йыл рәттән был программала үҙ проекты менән ҡатнашып, ниһайәт, быйыл теләктәре ҡабул булды. Программаға ярашлы, ойоштороу эштәрен тейешле кимәлдә үткәреү, инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы, халыҡтың әүҙемлеге республика конкурсында еңеп сығырға булышлыҡ итте. Һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға өҫтәп ауыл биләмәһе хакимиәтенең, халыҡтың, бағыусыларҙың ярҙамы менән тейешле сумма йыйылып, тәгәрмәсле “МТЗ-82” тракторы һатып алдылар (дөйөм суммаһы 1 миллион 450 мең һум).

Ысынлап та, ауыл биләмәһенә трактор һатып алыуҙа бар халыҡ ҡатнашҡан. Программа буйынса ҡаралған өлөшләтә финанслау кәрәклеген барыһы ла ыңғай ҡабул итеп, Табын һәм Родина ауылдары халҡынан 150 мең һум аҡса йыйылған. 150 мең һумы – Табын ауыл биләмәһе аҡсаһы. Табын һайлау округы буйынса район Советы депутаты Марсель Ғүмәров, шәхси эшҡыуарҙар Фато Авдоян, Геннадий Тахтаров, Илшат Ишбулатов, Мос-ков Алиян, Рөстәм Фәйзуллин, Илшат Зәйнетдинов, Феликс Аванесян, Владимир Овчинниковтар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, дөйөм 150 мең һум аҡса йыйылған. Трактор хаҡының ҡалған өлөшө, йәғни 1 миллион һум – дәүләттән бүленгән аҡса.

Уҙған йомала, йәғни 13 сентябрҙә тракторҙы презентациялау тантанаһы булып үтте. Яңы трактор руле артына ултырып, уны байрам майҙанына килтереү хоҡуғы Табын ауылының йәш механизаторы Раил Еремеевҡа бирелгән. Табын, Родина ауылдары кешеләре өр-яңы “тимер атты” күрергә ауыл уртаһындағы майҙанға йыйылды. Трактор 27 августа биләмәгә Төмән ҡалаһынан ҡайтарылып, ҡабул итеп алынған.

Ауылдар халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Родионов, ра-йон Советы депутаты, ветстанция начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Родина ауылы старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина, Табын ауылы ветерандар советы рәйесе Мария Сидорованың сығышында ауылдар халҡының, бағыусыларҙың әүҙемлеге менән техника һатып алыуға ирешелде, тигән һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте.

- 2015 йылда Табын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнгәс, техникаһыҙ тере ҡулһыҙ булыуыбыҙҙы аңлап, иң башта үҙемдең алға техника һатып алыу маҡсатын ҡуйғайным, - тине Табын ауыл биләмәһенең элекке башлығы Андрей Аверьянов. – Ниһайәт, нисәмә йылдар проект менән конкурста ҡатнашып, быйылғыһында күмәк көс менән еңеп сығып, тракторлы булдыҡ. Һәр кемгә, үҙенең бәләкәй генә булһа ла өлөшөн индереүселәргә, ауыл биләмәһе коллективына, ветерандар ойошмаһына, ауыл старосталарына, инициатив төркөмгә, бигерәк тә Ишбулатовтар ғаиләһенә һәм башҡаларға оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Артабан да был программала ҡатнашып, тракторға арба, тейәгес һатып алыу хәстәрен күрергә кәрәк, - тине ул. Һәм тракторға хәйерле юл теләне.

Артабан һүҙ Табын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Крёховаға бирелеп, ул сараға йыйылыусыларҙың барыһын да тормошҡа ашырылған проект – трактор һатып алыныуы менән тәбрикләне. “Бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” дауам итә, 2020 йылдан көҙгә йәнә старт ала һәм беҙгә тағы ла унда ниндәй проект менән ҡатнашыуҙы уйлашырға кәрәк”, - тине Ирина Николаевна. Һәм тәгәрмәсле тракторҙы һатып алыуға ҙур көс һалған шәхси эшҡыуарҙарға, инициатив төркөм ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сараны Наталья Хәбибуллина алып барҙы. Табын казак халыҡ хорының, “Ағинәйҙәр” ойошмаһының, Мгер Аванесяндың йыр-моңдары тантанаға биҙәк өҫтәне. Бындай шатлыҡлы байрам һуңғыһы булмаҫ, тигән теләктә таралышты унда ҡатнашыусылар.


Читайте нас: