+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:21

Умартасылыҡтың даны күтәрелә

Матур йола буйынса Сәйетбабала бер нисә йыл рәттән уҙғарылып килгән байрамға район етәкселәре, баш ҡалабыҙ Өфөнән, хатта алыҫ Германиянан да ҡунаҡтар килгәйне.

Ҡунаҡтар ауыл мәҙәниәт йорто алдында сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алған “Мырҙаҡай” фольклор ансамбле бейеүселәре менән дәртле көйгә бейергә лә төштө. Улар һәр төрлө бал, һөт ризыҡтары, буҙа, ҡымыҙ, йәшелсә, емеш-еләк ҡуйылған көҙгө муллыҡ йәрминкәһен ҡарап сығып, түрҙән урын алғас, ауыл мәсете имам-хатибы Рәйес Вахитов байрамға фатиха бирҙе. “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рәзим Мәүлетҡолов байрам менән тәбрикләне, юбилейҙарын билдәләүсе умартасылар: Рәйсә Зәйнуллина, Миңзилә Рәхимова, Земфира Мәүлетҡолова, Рәфит Юлбарисов, Рәйлә Ғәлиәхмәтова, Самат Ишемйәров, Шакир Мөхәмәтҡолов, Илдус Иҙрисов, Ришат Йәрмиев, Илһам Суфия-новты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов барыһын да Бал байрамы менән ҡотланы, балсылар өсөн һәр йылдың уңышлы булыуын теләне һәм ауылдың бер төркөм уңған ҡортсоларына район хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғоловтың бүләктәрен тапшырҙы.

Байрамда ҡунаҡтарға ла һүҙ бирелде. Германияның Боден күле өҫтөндә Башҡортостан балалары менән самолет шартлағандан һуң 2003 йылда төҙөлгән “Өфө – Бодензее дуҫлыҡ күпере” ойошмаһы рәйесе Мартин Андреас Башҡортостандағы сәфәр барышында ошондай күркәм байрамда ҡатнашыуҙарына шат булыуын билдәләне, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығына, алсаҡлығына, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланыуын белдерҙе.

Унан һуң һүҙ алған республика Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Илгиз Замфир улы Солтанморатов был байрамды Башҡорт балы байрамы тип атап, киләһе йылда уның даирәһен тағы ла киңәйтеп үткәрергә уйлауын еткерҙе һәм әүҙем йәмәғәтселәрҙе Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Байрамға килеүселәр дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар тыңлап кинәнде. Һуңынан олоһо ла, кесеһе лә халыҡ уйындарында ҡатнашты. Ошондай саралар халыҡты туп-лай, тәжрибә уртаҡлашыр, алып-һатыу итер, танышыр-белешер майҙанға әйләнә. Нәҡ ошонда Сәйетбабаның атаҡлы ҡортсолары үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас кәсеп-шөғөлдөң ысын асылын бар донъяға аса, уның мөмкинлектәрен күрһәтә, данын күтәрә. Ҡырҙан килгәндәр был мөғжизәле төбәктә йәшәгән, эшләгән уңғандар, үҙ һөнәренең оҫталары менән таныша, халҡыбыҙҙың боронғолоғон аңлай, аҡыл һәм рух һәлмәклеген самалай, ата-бабаларыбыҙ кәсептәренең бөгөн дә бәҫен ебәрмәүен, баһалы булыуын тойомлай. Бал байрамы үҫеп килеүсе йәш быуынға бик мөһим тәрбиәүи сара ла булды.


Читайте нас: