-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:49

ЗАРЕЧЬЕ АУЫЛЫНДА БАЙРАМ

Районыбыҙҙа Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә әленән-әле төрлө саралар ойошторола, хатта аҙна һайын тиерлек бер нисә ауылда ҙур байрам үтә. Яңы ғына Родина-Ватан ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы гөрләтеп уҙғайны, әле бына ут күршеләребеҙ, Заречье ауылы ла үҙ тарихында тәүге тапҡыр ояһынан осҡан ҡоштарҙай төрлө яҡҡа таралған ауылдаштарын бергә йыйҙы. Күршеләрҙең, ғәҙәттә, байрамдары ла уртаҡ була бит, ауыл старостаһы Мәрйәм Әхмәтйәнова беҙҙе лә саҡырҙы ҡунаҡҡа. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас тигәнде иҫтә тотоп, ауыл ағинәйҙәре менән “Йәншишмә” төркөмө балаларын эйәрттек тә киттек Заречьеға.

Был ҙур булмаған 36 йортло ауыл Красноусол һәм Родина-Ватан ауылдарының араһында, Көгөш йылғаһы буйында урынлашҡан . Уға нигеҙ 1947 йылда һалына, унда йәшәүселәр нигеҙҙә тирә-яҡ ауылдар халҡынан мал йыйып, Стәрлетамаҡ әҙерләү идараһына тапшырыу менән шөғөлләнгәндәр. Аҙағыраҡ ул “Марьинский” совхозы бүлексәһе итеп үҙгәртелеп, техника ҡайтарыла һәм ялансылыҡ менән булалар. Аҙағыраҡ инде хужалыҡ “Родина” совхозына ҡушылып, уның Фазенда исемле бүлексәһе була. Совхоз тарҡалғас, улар ҙа бер нәмәһеҙ тороп ҡалалар, кешеләргә эшләргә эш тә, булған техника ла юҡҡа сыға.

Ауыл халҡы ҡайһылай ғына булһа ла үҙ йүнен үҙе күреп, ниһайәт, Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән “72 йәшендә” тәүге байрамына ҡунаҡтар йыйҙы. Ауыл старостаһы Мәрйәм Әхмәтйәнованың, урын-дағы халыҡтың һәм ауыл биләмәһе хакимиәте тырышлығы менән юлдарға ҡырсынташ түшәтелгән, бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ауыл матурланған. Иң һөйөнөслөһө - байрам көндө ауылда балалар өсөн уйын майҙансығы асылды. Был инде ауыл биләмәһе етәксеһе менән старостаның бер һүҙҙән, бер төптән эшләүе хаҡында һөйләй. Шулай уҡ ауылда старостаның таянырлыҡ ярҙамсылары ла бар икән. Әлфиә Аллаярова, Флүзә Булатова, Флария Вахитова, Фәйрүзә Мусинаны һәр эштә бигерәк әүҙем ҡатнаштылар, ти ул.

Байрамға ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа бик күп ҡайтҡандар ине. Тамырҙары ошо ауылдан булған Ғәлиндар, Насировтар, Йомағоловтар нәҫелдәре ололары – кеселәре бергә йыйылып, күмәкләшеп ҡайтҡандар. Йомағоловтар нәҫел шәжәрәһен дә төҙөгән. Ришат Ғайса улы байрамға йыйылыусыларҙы үҙҙәренең нәҫел ағасы менән таныштырып, балалар бәләкәйҙән үҙенең тамырҙарын, нәҫелен белеп үҫергә тейеш, тигән фекерен еткерҙе. Ауылдың тарихы, уның ихтирамлы, абруйлы шәхестәре тураһында һөйләүселәр ҙә булды.

Ауыл уртаһындағы матур йәшел сирәмлектә Красноусол ауыл советы ыҡсым ғына матур сәхнә эшләгән, ҡунаҡтар өсөн тирмә ҡорғандар. Тирмә янында сауҙа рәттәре урын алған. Ә инде матур ҡоймалар буйлап теҙелгән оҙон өҫтәлдәргә ауыл халҡы үҙҙәре бешергән тәмле ризыҡтарын ҡуйып, бай табын әҙерләгәндәр. Йәш килендәр самауыр ҡайнатып, йүгереп йөрөп ауылдаштарын һәм ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәй менән һыйлайҙар. Үәт ҡайҙа ул беҙҙең башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы.

Байрам бик матур барҙы. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағандан һуң, ғәҙәттәгесә, ауыл уңғандарын һәм егәрлеләрен, матур йорт хужаларын, күп балалы ғаиләләрҙе һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы, оло кешеләрҙе хөрмәтләп, бүләктәр бирҙеләр. Ололарҙан Ҡәнифә Юламанова, Раҡия Йомағолова, Сәүиә Ильясова, Зәйнәп Насирова, Шәйдулла ағай Әбелғәйеровҡа бүләк биреп һөйөндөрҙөләр. Шулай уҡ ауылдың иң бәләкәй кешеһе Урал Мусин тигән бәләкәс кенә малайҙы ла онотмағандар. Ауылдың иң яҡшы умартасыһы, сәскә үҫтереүсеһе, татыу ғаиләләр, иң уңған килен-кейәүҙәр, татыу йәшәгән ҡәйнә-килендәр, ғөмүмән, ауылда бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмағандыр был көндө. Һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар бирелде. Ауыл халҡын байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Р.Ғөбәйҙуллина менән район Советы депутаты Г.В.Петрова ла килгәйне. Галина Викторовна ауылдаштары хәстәре менән янып йәшәгән староста Мәрйәм Әхмәтйәноваға Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.

Ғөмүмән, байрам бик матур, йөкмәткеле булды. Сығыштар концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Родина-Ватан ауы-лы ағинәйҙәре һәм “Йәншишмә” балалар төркөмө балаларының йыр-бейеүҙәре бик йылы ҡабул ителде, беҙгә ҡушылып тамашасылар йырлап та алдылар. Ошо ауылда йәшәүсе Булат Мусин исемле уҡыусы егеттең ҡурайҙа уйнауы байрамдың бәҫен тағы ла күтәрҙе. Афариндан башҡа һүҙ юҡ был ауыл кешеләренә. Ут күршеләребеҙ менән артабан да бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәргә яҙһын, тигән теләктә хушлаштыҡ улар менән.

Әйткәндәй, ауылдың исеме Заречье булһа ла, бында әле бер генә урыҫ ғаиләһе йәшәй икән. Элек улар байтаҡ булған, хәҙер төрлө-ҡайҙа таралышып бөткәндәр. Ошо ауылға үҙебеҙҙең телдә Юлдаш исеме тура килеп тора кеүек. Ғафуриҙа Юлдаш ауылы юҡ бит әле. Бик тә шәп булыр ине! Мин был фекеремде ауылда йәшәүсе кешеләргә лә еткерҙем.

Фәүзиә Ҡотлогилдина –
АЛТЫНБИКӘ.
Читайте нас: