+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 11:39

40 йыл – һаулыҡ һағында

“Эш һөйгәнде – ил һөйгән” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер боронғолар. Был мәҡәл тап беҙҙең замандашыбыҙ Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы хаҡында әйтелгән кеүек. Ауыл урамынан әкрен генә атлап уҙған оло йәштәге, ыҡсым ғына кәүҙәле, яғымлы ҡарашлы, мөләйем йөҙлө ханымдан олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашып ҡалалар. Ауылдаштарының уға ҡарата йылы мөнәсәбәте тиктән генә яуланмағандыр бит.

Ул 1939 йылдың 25 сентябрендә Түбәнге Ташбүкән ауылында Ғәйшә менән Нурмөхәммәт Ҡотовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә.

- Мин - һуғыш осоро балаһы. Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланған айҙа тыуғанмын, - тип хәтер йомғағын һүтә Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы. – Һуғыш шауҡымы беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылған. Атайым һуғышҡа алынып, Силәбе хәрби заводына ебәрелә. Бер туған ҡустым менән ул йылдарҙың әсе һурпаһын беҙгә лә аҙ татырға тура килмәне.

1954 йылда Ташбүкән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Бер йыл Маҡар урта мәктәбендә уҡығас, шул уҡ йыл Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, училищела тырышып уҡый йәш ҡыҙ. 1958 йылда уҡыу йортон яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Йәш белгескә эшкә йүнәлтмәне тыуған районына – Ғафуриға бирәләр. Район һаулыҡ һаҡлау бүлеге Мәҙинә Ҡотованы Ташбүкән фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә ебәрә.

- Бәләкәй генә иҫке дүрт мөйөшлө йортта урынлашҡан ФАП-та эш башлап ебәрҙем, - тип дауам итә һүҙен Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы. – Миңә тиклем мөдир булып 25 йыл дауамында Анастасия Петрова эшләне. Суходол ҡыҙы, беҙҙең ауыл егетенә тормошҡа сығып, Нәғимә Ишмырҙина булып китә. Матур эшләне, тырыш булды. Беҙҙең ФАП ике Ташбүкән, Бағараш, Сик-йылға, Ҡурғашлы ауылдарын, йәғни меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерҙе. Ул осорҙа йүнле юл, транспорты ла юҡ. Район үҙәге менән тоташтырылған телефон да рәтле эшләмәй торғайны. Ауылдарға, ауырыуҙар янына, юл тоҡсайын артмаҡлап, йәйәү йөрөргә тура килде. Дарыуҙарҙы ла йәйәүләп, елкәлә ташый инек.

Ул бер аҙға туҡталып тын алды ла, хәтер йомғағын йәнә тағата башланы:

- Ташбүкән мәктәбендә генә 280-дән ашыу (хәҙер 10 уҡыусы ла юҡ) бала уҡый ине. Трахома менән ауырыусылар ғына (ололар һәм балалар бергә) 120-нән ашыу булды. Үрге Ташбүкән менән Түбәнге Ташбүкән ауылдарында берәр трахома сестраһы эшләне. Укол һалдырыусылар ҙа күп булды. Шприцтарҙы, мейескә ут яғып, ҡайнатып ала инек. Хәҙер генә ул бер тапҡыр ҡулланылған шприцтар аптекаларҙа тулып ята. Ул йылдарҙа тыуым ҙур булды. Ауырлы ҡатындарҙың күбеһе өйҙә бәбәйләне. Йылына 70-90 бәпескә кендек инәһе булырға тура килә ине. Ваҡыт менән иҫәпләшмәнек. Көнмө-төнмө, тип торманыҡ: кемгә ярҙам кәрәк – шунда йүгерҙек. Тормош иптәшем дә асыуланманы, минең хәлгә керергә тырышты. Төнө менән ярҙам һорап хатта Ҡурғашлы, Сик-йылға ауылдарынан да килеп етә торғайнылар.

Документацияны ла тәртипкә һалдыҡ. Өй беренсә йөрөп халыҡ иҫәбен алдыҡ. 14 йәшкә тиклемге балаларҙың иҫәбе алып барылды. Баланың үҫеш тарихы өйрәнелде. Прививкалар тураһында 63-сө һанлы формалар тултырылды.

1963 йылдың авгусынан Ҡурғашлыла айырым медпункт эшләй башлай. 10-ар саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдарҙы хеҙмәтләндереүҙән туҡталғас, эш байтаҡҡа еңеләйгәндәй була. Әммә проблемалар кәмемәй әле. Медпунктҡа капиталь ремонт үткәрелә. Хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра. ФАП төп күрһәткестәр буйынса район кимәлендә алдынғылар рәтенә күтәрелә.

- Ярҙамсыларымдан да уңдым, - ти Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы. – Санитарка Хәлимә апай Кәримова менән утыҙ йылға яҡын бергә эшләргә тура килде. Тырыш, уңған булды. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә бер һүҙгә килешмәнек. Бына һуңғы 6-7 йыл эсендә медпункттың бикле тороуы ғына эсте бошора. Эшкә бер медицина хеҙмәткәре таба алмауҙары ғәжәп.

Төп эшенән тыш Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙына йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнергә тура килә. 1961 йылдан 12 тапҡыр рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә тарта. Йөкмәтелгән һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән атҡара ул.

“Хеҙмәт төбө - хөрмәт” ти халыҡ мәҡәле. Һаулыҡ һағындағы намыҫлы хеҙмәттәре өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Райондың “Маҡтау кенәгәһе”нә лә индерелә. 1998 йылда хаҡлы ялға туҡтай.

1961 йылда Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы Ташбүкән егете Зәки Ғәни улы Кейекбаев менән сәсен-сәскә бәйләй. Зәки Ғәни улы 50 йылға яҡын Ташбүкән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тарихтан һәм физкультуранан уҡыта. Кейекбаевтар 2 ҡыҙ, 1 ул үҫтерәләр.

– Бар шатлығыбыҙ – балаларҙа, - ти Мәҙинә Нурмөхәммәт ҡыҙы. – Оло ҡыҙым Резидә тегенселәр училищеһын тамамлап, шул йүнәлештә эшләне, хәҙер ялда. Уның ҡыҙы Лилиә, ике институт тамамлап, райондың ер менән идара итеү комитетында әйҙәүсе белгес булып эшләй. Икенсе ҡыҙым Ләлә - фармацевт. Ҡыҙы менән улы институт тамамланы. Улым Фуат – инженер-төҙөүсе. Улы менән ҡыҙы – юғары уҡыу йорто студенттары. Балаларыма рәхмәт. Йыш ҡайтып торалар. Ҡарт көнөбөҙҙә ярҙамдарынан өҙмәйҙәр.

Шунан да ҙур шатлыҡ юҡтыр ул ата-әсәгә.

Хәсән ҠОТОВ.

Ҡурғашлы ауылы.

Читайте нас: