+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 11:20

Аҫыл йәштәрҙе бергә йыйып

Күптән түгел республиканың “Аҫылташ” йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы район хакимиәтенең, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр секторы мөдире Лариса Петровна Дәүләтшина менән берлектә район мәҙәниәт һарайында йәштәрҙе йыйып, матур сара үткәрҙе. Красноусолдың 8-11-се кластарҙа уҡыусы үҫмерҙәре үҙҙәре өсөн файҙалы кисәгә әүҙем йыйылды.

“Аҫылташ” мәғариф майҙансығы программаһы йәштәрҙе берләштереү, уларға төрлө осраҡтарҙа юғалып ҡалмау, үҙ проектыңды булдырыу өсөн беренсе аҙымды нисек яһау кеүек һорауҙарға аңлатма биреү, рес-публика йәштәре менән бер төптән булыуҙы күҙ уңында тотоп эшләй. Ассоциация үткәргән "Яҡташтар осрашыуы" концерт-уйыны, "Урал мираҫы" Йәштәр мәғариф форумы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә уҙғарылған "Яҡташтар киске уйынға саҡыра" тигән сараларҙы ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Был сарала ла йәштәр командаларға бүленеп, уларҙың етәксеһе һайланды, һәр командаға үҙҙәре ҡыҙыҡлы исем дә тапты. Башта ҡыйыуһыҙ ғына ултырған үҫмерҙәр ҙә, хатта, әүҙемләшеп, үҙ фекерҙәрен белдерҙе, маҡсаттарын, район эсендәге борсоған мәсьәләләрҙе лә уртаға һалып һөйләштеләр. Ра-йон йәштәрен күпселек урам буйында йөрөгән хужаһыҙ эт, бесәйҙәр хафаға һалһа, эшһеҙлек мәсьәләһе лә айырыуса борсой. Шулай уҡ үҙ проекттарын булдырыу тураһында уйланып йөрөүселәр ҙә табылды. “Йәш яҡташтар” берлеге ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов уларға үҙ тәҡдимдәрен әйтеп, күтәрелеү юлдарын да аңлатты. Әүҙем йәштәр иртәгәгә ҡалдырмай ошонда уҡ беренсе аҙым яһап, “Бәйләнештә” селтәрендә үҙ төркөмдәрен төҙөп тә ҡуйҙылар. Кемдер “Тамыр” каналына интервью бирергә лә өлгөрҙө.

8-11-се класс – үҙеңдең киләсәгең, һөнәр һайлау тураһында ла уйланыу осоро. Төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың ошо йүнәлештәге әңгәмәләре йәштәргә файҙаға булғандыр. Һөйләшеү барышында үҙе йәш булһа ла Камил Абдуллин эскеселек, терроризм һәм экстремизм кеүек йәмғиәткә ҡурҡыныс менән янаусы темаларҙы киң яҡтыртып, район йәштәрен дә бергәләп көрәшергә саҡырҙы. Бында яҡташыбыҙ Рүзилә Юлыҡова, Илүзә Мөхәмәтйәнова һәм башҡа кураторҙарҙың районыбыҙ йәштәре менән уртаҡ тел табып, командаларҙы ҡыҙыҡлы һорауҙары, фәһемле фекерҙәре менән йәнләндереүе лә бик оҡшаны.

Сара йәштәрҙә яҡшы хис-тойғолар ҡалдырып, үҙҙәрен күрһәтеү, проект-тарын яҡлау, яңы таныштар, дуҫтар, фекерҙәштәр табыу мөмкинлеге генә биреп ҡалманы, белемен арттырып, әүҙемлек күрһәтеү өсөн дә отошло булды. Киләсәгебеҙ булған дәртле һәм шаян, теүәккәл, ҡыйыу, рухлы йәштәр үҫешһен, бер-береһенән үрнәк алһын өсөн ошондай саралар, һис шикһеҙ, кәрәк тип таралышты улар.


Читайте нас: