+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 11:13

Тирә-яҡ таҙарып ҡалды

“ЭШЛӘЙӘСӘКБЕҘ-2019” девизы аҫтында иғлан ителгән “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө”ндә Ғафури районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты.

Район, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, сауҙа предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, эко-активистар, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәт ойошмалары һәм тирә-яҡ мөхиттең, тәбиғәттең таҙалығына битараф булмаған кешеләр дәррәү өмәгә сыҡты.

Был көндө барлығы 1,5 тонна сүп-сар, 10 йөк ҡороған ағастар йыйылған, 30 төп ағас ултыртылған. Өмәлә район буйынса 2320-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.


Читайте нас: