1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғышҡа китеүселәрҙе Алкиноға туплайҙар. Илдә белемле кешеләр етешмәү сәбәпле, уҡытыусыларҙы кире ҡайтаралар. Был һуғыш йылдарында ла мәктәптәр ябылмаһын, балалар белем алыуға өлгәшһен өсөн эшләнелә.
- Ил һаҡлауҙа, дошманды ҡыйратыуҙа ҡатнашыу теләге ғүмер буйы күңелде ҡырҙы, үҙемде ғәйепле кешеләй тойҙом, - тип иҫтәлектәре менән бүлешә ине Ибраһим Сабир улы. Әммә Ҡауарҙы мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгәндә тылда ла ил өсөн бик кәрәкле һөнәрҙе башҡарыуын аңлап ғорурлана.
1943 йылдың 23 авгусында Ғафури мәғариф идаралығының бойороғо менән Сәйетбаба урта мәктәбенә директор итеп күсерелә. Ул мәктәпте Жәлил Кейекбаевтан ҡабул итеп ала, өлкән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, физиканан уҡыусыларға белем бирә. Һәр эште теүәл үтәгән һәм эшкә яуап-лы ҡараған йәш, намыҫлы белгес-те 1943 йылдың 11 октябрендә комсомолдың Ғафури район комитетына эшкә алалар.
Һуғыш тамамланғас ҡына кире тыуған ауылы Сәйетбабаға ҡайтып мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшен дауам итә. Ибраһим Сабир улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Уҡытыу эше менән бер рәттән партия ойошмаһы секретары вазифаһын да алып бара. Үҙенең 42 йыл ғүмерен киләсәк быуынға белем биреүгә арнай. Башланғыс кластарҙа алған белем артабанғы белем алыу юлында төп нигеҙ һәм Ибраһим Сабир улының уҡыусылары урта синыфтарға ҙур әҙерлек менән аяҡ баҫа. Ярты быуатҡа яҡын педагогик стажы булған халыҡ уҡытыусыһы Ибраһим Сабир улы оло ихтирамға лайыҡ бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның уҡыусылары төрлө һөнәр эйәләре, тормошта үҙ юлдарын тапҡандар. Һәм бөгөн дә һәр береһе Ибраһим Сабир улын тәжрибәле, оҫта белгес, талантлы, көслө оратор, ысын пропагандист итеп оло йылылыҡ һәм тәрән ихтирам менән иҫкә алалар.
Тура һүҙле, намыҫлы Ибраһим Сабир улының хеҙмәт юлы күптәргә өлгө һәм оло хөрмәткә лайыҡ. РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Ибраһим Сабир улы күптәргә яҡын кәңәшсе лә була. Уның тормошо һәм фиҙаҡәр хеҙмәте халыҡ күңелендә яҡты һәм юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Мәүлетҡоловтарҙың уҡытыусылар династияһының иң оло вәкиле булған Ибраһим Сабир улы 1999 йылда 80 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.
Ҡатыны Хәлиҙә Әбйәлил ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй.
Мансур Хәбибулла улы Сираев 1926 йылда Сәйетбаба ауы-лында тыуған. “Мин 1933 йылда Сәйетбаба мәктәбенә уҡырға төштөм. 1938 йылда уҡыуҙы ташлап колхозға эшкә сығырға тура килде. Хеҙмәт юлым Сәғиҙә апай Сөләймәнова менән һабансы һәм тырмасыларға аш бешереүҙә башланды. Мин завкочегар булдым. Колхозда эшсе көсө етмәгәндә ат менән һабан һөрөүҙә, ер тырматыуҙа, Быяла, Ләмиән ауыл-дарында ағас эшендә эшләнек. Аҡкүл станцияһына йөк ташыныҡ. Тырышып эшләнек, һуң ғына йоҡларға ятып, иртә торабыҙ. Шулай эшләгәндә генә эш ырамлы була, быны беҙ бик яҡшы аңлай инек. Миңә һабан һөргәндә яҡшы эшләгәнем өсөн колхоз идараһы аҡсалата премия бирҙе.
1943 йылдың ноябрендә армияға алдылар. Бергә барған иптәштәрем Әнүәр Әбделмәнов, Зәкәриә Ғилманов, Ғирфан Шәрипов менән автоматсылар ротаһына эләктек. Мине автоматсылар ротаһынан 115-се артиллерия дивизияһына разведчик итеп алдылар. Ул ваҡытта беҙ Ханко күле янында тимер юлын һаҡлай инек. 2 ай үткәс Шоссеинан Виноградный застава яғына учениеға алып киттеләр. Беҙҙе тау араһына алып барып урынлаштырҙылар, алмашлап сик буйында төнгө ҡарауылда торабыҙ. Беҙҙең зенит артиллерия дивизияһы Мудазян ҡалаһына барып еткәндә һуғыш бөткәнен хәбәр иттеләр. Мудазян ҡалаһынан тимер юл платформаларына тейәлеп Хабаровскиға ҡуҙғалдыҡ. Һуғыш яралары, һыуыҡ машина кузовтарында ятыу һаулыҡты ныҡ ҡаҡшатҡайны: ике айҙан артыҡ Хабаровскиҙа хәрби госпиталдә дауаланып яттым.
1946 йылдың мартында ауылға ҡайтып төштөм. Ҡайтҡас, элек эшләгән эш һағындырған, Өйә йылғаһы тамағында йәшелсә баҡсаһында һабан һөрҙөм. Шунан мине колхоз оҫтаханаһына эшкә алдылар. Унда иҫке елгәргестәрҙең частарынан яңы елгәргес йыйҙым. Оҫталыҡ эштәрендә лә йөрөнөм. Уйылдан ағай Юлбарисов менән тәгәрмәстәр эшләнек. 1948 йылда мине мәктәпкә столяр итеп эшкә алдылар, “ – тип хәтер дәфтәренә иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған Мансур Хәбибулла улы.
Мәктәп оҫтаханаһында хеҙмәт уҡытыусыһы булып эш башлаған Мансур Хәбибулла улы ал-ял белмәй эшкә тотона, төрлө ерҙән кәрәкле материалдар табырға тырыша. “Йондоҙ” колхозы рәйесе Рәшит Йомағужин ярҙам итеп таҡта-ағастар килтертә. Алтын ҡуллы хеҙмәт уҡытыусыһы уҡыусылары менән бергә тиҙ арала 20 парта эшләй. Уҡыусыларҙы йыһаз яһау эшенә, башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә ылыҡтыра. Был эш 1950-1960 йылдарҙа партия һәм хөкүмәттең уҡыусыларҙы хеҙмәткә өйрәтеү, хеҙмәт аша тәрбиәләү тураһындағы директива-күрһәтмәләре сыҡҡандан һуң үҙе бер традицияға әүерелеп китә. Мансур Хәбибулла улының ир балаларҙы станоктарҙа столярлыҡ эшенә, металдан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтеүе тормошта күптәргә һөнәр һайлауҙа, донъя көткәндә оло ярҙам һәм таяныс булды.
Үҙ эшенең оҫтаһы Мансур Сираев янынан уҡыусылар өҙөлмәне, дәрестән һуң да оҫтаханала кискә тиклем төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр ине. Ул эҙләнеүсән, оҫта, ижади эшләүсе уҡытыусы булды. Бөтә нәмәне зауыҡ менән эшләй, халыҡсан тел менән әйткәндә, ҡойоп ҡуя ине. Уның үҙ ҡулы менән эшләгән ел ярҙамында электр энергияһы алыу ҡоролмаһын, аэросанаһын һәм башҡа күп эштәрен күптәр әле лә һоҡланып иҫкә ала. Ауылдаштары уны оҫта гармунсы һәм ауылда тәүгеләрҙән булып телевизор күрһәттереүсе тип тә хәтерләй. Шулай уҡ ауылда эсәр һыу өсөн колонкалар булмағанда йыраҡ ҡына булған ҡойоға һыуға йөрөгәндә Мансур ағайҙың урамында ҡойо ҡаҙыуы күптәр өсөн ярҙам булды. Изге күңелле, һәр эшкә оҫта Мансур Хәбибулла улын барыһы ла ихтирам итте. Ул 2000 йылда вафат булды, ә эштәре һаман да бар, һаҡлана.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.
(Дауамы бар. Башы 50, 51, 53, 55, 57-се һандарҙа).