-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 11:33

Ваҡытында түлә

Хөрмәтле һалым түләүселәр! 2018 йыл өсөн милек һалымдарын түләү ҡағыҙҙарын ебәреү башланды.

“Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет сервисында теркәлгән граждандарға һалым ҡағыҙҙары ошо сервис аша электрон формала ебәрелә. Ҡалғандарға һалым түләү ҡағыҙҙары “Рәсәй Почта”һы аша теркәү адрестары буйынса таратыла.

Һалымы йөҙ һумдан кәм булған граждандарға һалым түләү ҡағыҙҙары киләһе йыл был һан йөҙ һумдан артҡас киләсәк.

Һалым түләү ҡағыҙҙарының яңы формаһында түләү өсөн реквизиттар күрһәтелә, ә түләү документтары йәки квитанциялар булмай.

Һалымды банктар, түләү терминалдары, “Рәсәй Почта”һы бүлексәләрендә, шулай уҡ “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет сервисы аша түләргә була.

1 ноябргә тиклем һалым түләү ҡағыҙҙарын алмаған осраҡта Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. 2018 йылдың милек һалымдарын 2 декабргә тиклем түләү мотлаҡ.


Читайте нас: