Ярай, хәҙер телефон, Интернет бар, хәбәрләшеп торорға була. Тик ул рәхәтләнеп күрешеп, ҡосаҡлашып, һөйләшеп ултырыуға етәме ни?! Был йәһәттән беҙ, Бур-
лы ауылының Үрге ос (әлеге Фрунзе) урамы ҡыҙҙары, уңдыҡ. Сөнки Фәниә Тәүхетдинова ошо урамда үҫкән ҡыҙҙарҙы төрлө яҡтарҙан саҡырып ҡайтарҙы.
17 август көндө барлығы 30 ҡыҙ осраштыҡ үҙебеҙҙең Шишмә тау башында. Ҡыҙҙарҙың иң өлкәндәре 80 йәште үтеп барған Фирдәүсә, Фәнисә, Йәүиҙә, Хәлиҙә, Ләйлә апайҙар, шулай уҡ беҙҙең урам килене Резеда апай, мин дә 1961 йылдан бирле һеҙҙең урамда, тип ҡунаҡҡа килеп шатландырҙы. Ҡыҙҙарҙың иң йәштәре 40-ты ашаҡлап сыҡҡан Илмира менән Раушания ине. Ҡалғандары – беҙ 50 – 70 йәшлектәр.
Көндөҙгө 12-ләргә ҡыҙҙарыбыҙҙы кемде - ире, кемде - улы, ҡыҙы, кемделер ейәндәре машиналарҙа килтереп, ҡалдырып та киттеләр.
Шуны әйтке килә, беҙ барыбыҙ ҙа кисә генә сығып китеп, ялда ауылыбыҙға ҡайтып “таптогонға” сыҡҡанбыҙ һымаҡ: шундай йылы күрешеү, ҡосаҡлашыуҙар, ҡайһы берҙәребеҙ менән яңынан “танышырға” ла тура килде. Әйтеүе генә рәхәт, 50-шәр йыл күрешмәгәндәр ҙә бар бит. Яҡупов Ярулла ағайҙың дүрт ҡыҙы, Сафин Тәлғәт ағайҙың өс ҡыҙы ла, Хәкимов Мәжит ағайҙың ҡыҙҙарының икеһе лә, бер өйҙән Маһира апай менән Лүзә апай, йәнә Миңнира менән Тәнзилә апайҙарҙың килеүе бик шатлыҡлы ине. Ә былай һәр бер йорттан бер ҡыҙ бар тиһәң дә була.
Мәжлесебеҙ башында Йәүиҙә апай аяттар уҡығас, хәйер-саҙаҡалар таратып, ата-бабаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙҙың рухтарын шатландырҙыҡ, аҙаҡ һәр беребеҙ алып килгән күстәнәстәр менән күмәкләшеп өҫтәл әҙерләп алдыҡ. Фәниә менән Хәләф Тәүхетдиновтар ҡорбан салып, былау бешереп килтергән.
Фәниә һәр кемебеҙ уйлаған һүҙҙәр, шиғырҙар менән матур итеп осрашыу мәжлесен дауам итте. Һәр ҡайһыбыҙҙың әсәйҙәрен иҫкә төшөрөп, ҡайҙа эшләгәндәренә ҡәҙәр һөйләне ул. 1954 йылда ауылдан сығып киткән Фирдәүсә апай бик ҡыҙыҡ хәтирәләр һөйләп көлдөрөп тә алды, йырҙар йырлап илатып та ҡуйҙы. Шул уҡ осорҙа сығып киткән Фәнисә апай ҙа күп иҫтәлектәр һөйләп, әсәһе Рабиға әбейҙең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Флүрә апай ҙың хәтирәләренән көлөп тә, илап та алдыҡ.
Урамыбыҙҙың кейәүе, Миңнира апайҙың тормош иптәше Тимур ағайҙың баян көйҙәренә ҡушылып йырлап, бейеп, йәш саҡтағы уйындарҙы уйнап, көндөң кискә ауышҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әлеге лә баяғы, өйҙәге ирҙәр, балалар, ейәндәрҙән телефон шылтырай башламаһа, күпме ултырыр инек, белмәйем. Телефон номерҙары, адрестар алышып, тик шатлыҡтар менән осрашырға булһын, тип таралыштыҡ беҙ.
Мин ошо осрашыуҙа булған барлыҡ ҡыҙҙар исеменән Фәниәгә, Хәләфкә, уларҙың балаларына ҙур рәхмәт белдергем килә.