Көҙгә планлаштырылған “Йәшел Башҡортостан” берҙәм акцияһы Республика көнө алдынан 5 октябрҙә үткәрелә. Муниципалитет башлыҡтары майҙансыҡтарҙы, кәрәк-яраҡты, һаҡлыҡ сараларын алдан әҙерләүгә, шулай уҡ үҫентеләр тамырланып китһен өсөн уларҙы артабан да хәстәрләргә тейеш.
— “Йәшел Башҡортостан” акцияһының маҡсаты – ағас ултыртыу ғына түгел, уға халыҡты мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Шуға күрә кешеләргә сараның мәғәнәһен һәм бурыстарын, майҙансыҡтарҙың адрес-тарын аныҡ еткереү мөһим, — тине Радий Хәбиров.