Һауа торошо бигүк һөйөндөрмәй, быҫҡаҡлап әленән-әле һибәләгән өшәнес ямғыр көслө рухлы спортсыларҙы өркөтә алманы, Бөтә Рәсәй акцияһына районыбыҙ йүгеректәре әүҙем ҡушылды. Спорт байрамы 150-нән ашыу кешене үҙенә йыйҙы. Улар араһында күпселекте мәктәп уҡыусылары тәшкил итте, араларында студенттар, спорт һөйөүсе өлкәндәр, спорт ветерандары ла бар ине. Һәр йылдағыса, акцияға Красноусолдағы өс, гимназия, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Аҡкүл мәктәптәре, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиа-лы спортсылары әүҙем ҡушылһа, был исемлеккә Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһынан тәүгеһенән кроста ҡатнашҡан бәләкәс буласаҡ йүгерек Амалия Алтынбае-ва (5 йәш) өҫтәлде. Һәм ул үҙенән өлкәнерәк йәштәге апайҙары менән (2011 йылғылар һәм бәләкәсерәктәр) стартҡа баҫып, финишҡа өсөнсө булып килеп етте.
Бер спорт сараһынан да ситтә ҡалмай, һәр ҡайһыһында әүҙем ҡатнашҡан спорт ветераны Ғайса Кейекбаев кростың быныһында ла үҙ көсөн һынап ҡараны, районыбыҙҙың билдәле йүгеректәре Илнур Кейекбаев, Илдар Уразғолов, шулай уҡ Ришат Шаймарҙанов үҙ йәш төркөмдәрендә, һәр ваҡыттағыса тәүгеләр рәтендә булды.