25 сентябрҙә Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәген тантаналы шарттарҙа асыу булды. Был мөһим сарала БР Мәғариф министрлығының Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем биреүҙең сифатын баһалау бүлеге начальнигы Айгөл Фәтих ҡыҙы Байрамғолова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рәзим Мәүлетҡолов ҡатнашты. Мәктәп директоры Рәмилә Ғәзизова тантананы асып, ошо үҙәкте булдырыуҙа ярҙамдары өсөн һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусылар уҡытыусылары менән берлектә матур сығыш та әҙерләгәндәр. Мәктәптең үҙ “Аҡмуллаһы” уҡыусыларға киләсәктә яҡшы уҡып, ошондай мөмкинлектәрҙе файҙаланып яҡшы белгестәр, ғалимдар булырһығыҙ, тигән ышанысын да белдерҙе.
- Ошондай үҙәк асылыуы бик шатлыҡлы. Быға тиклем аңламаған күп нәмәләрҙе үҙегеҙ күреп, эшләп ҡарарға мөмкинлек буласаҡ. Шуға ла бының ҡәҙерен белеп, файҙаһын күрегеҙ. Тырышып уҡып, белем диңгеҙендә гиҙегеҙ, - тигән теләген белдерҙе Гүзәл Байдәүләтова.
Айгөл Фәтих ҡыҙы Байрамғолова был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп: “Алға, еңеүҙәргә!” тип дәртләндерҙе.
Сығыштарҙан һуң “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенә ал таҫмалар киҫелеп, һәр кем бүлмәләрҙе ҡарарға ашыҡты. Үҙәк етәксеһе Рима Биктимер ҡыҙы Мәүлетҡолова барыһын да “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” бүлмәһенә алып инеп, унда уҡытыусы Шәһит Мөхәмәҙиев уҡыусыларына беренсе ярҙам күрһәтеү серҙәрен төшөндөрҙө. Балалар яһалма һулыш алдырыу һәм башҡа алымдарҙы күрһәтте. “Информатика”нан ҙур, иркен бүлмәлә йәш уҡытыусы Әлиә Йосопова “Үҫеш нөктәһе”нә әйҙәһә, “Технология“ предметынан Екатеринбург ҡалаһында өҫтәмә әҙерлек үтеп ҡайтҡан Юнир Ҡунафин уҡытасаҡ. Күптәр йөрөргә теләгән шахмат түңәрәгендә Винер Ҡунафин шөғөлләнәсәк. Балалар үҙәкте асыу сараһында ла баш күтәрмәй шахмат уйнайҙар ине. Аҡыл ҡеүәһен, зиһенде арттырыу уларға уҡыуҙа ла ярҙам итәсәк, әлбиттә.
“Үҫеш нөктәһе” уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте аша балаларға технологияларҙы файҙаланыу мөмкинлеге биргән өр-яңы донъя. Яңы проекттың һөҙөмтәләрен күреп, маҡсаттарға ирешергә яҙһын.