+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 13:38

Игенселәр ҡан-ҡәрҙәштәрен, ерҙәштәрен бергә йыйҙы

Быйылғы йәй күп ауылдарға йән, йәм биреп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтеүе менән онотолмаҫлыҡ булды. Ауылдар матурланып, күркәмләнеп ҡалды. Август айының һуңғы шәмбеһендә Игенселәр ауылы халҡы ла ауылдаштарын, ситтә йәшәүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы бергә йыйып, уңғандарын, күркәм ғаиләләрҙе билдәләп, йырлап-бейеп күңел асты.

Бер урамға ғына һуҙылған Игенселәр ауылы ололар әйтмешләй, Усолкаға бер аҙым ғына арауыҡта, йәмле ерҙә урынлашҡан. Бөгөнгө көндә 40 хужалыҡта 111 кеше йәшәй, йәйгелеккә ҡайтып йәшәүселәр менән халыҡ һаны 120-гә етә. Бәләкәй ауыл булһа ла, буш торған өйҙәр юҡ, район үҙәгенән, ҡалаларҙан өй алып йәшәүселәр күп. Газ үткән, балаларға уйнау өсөн махсус майҙансыҡ төҙөлгән, зыярат кәртәләнеп алынған, байрам алдынан урам юлына ҡом-таш түшәлгән, йорт-ҡаралтылар буялып яңыртылған, төҙөкләндерелгән. Ауыл уртаһында яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташ та ҡуйылған. Эшсе халыҡ төрлө ергә йөрөп эшләй, бәләкәй балаларҙы Туғай мәктәпкәсә йәшкә тиклемге балалар баҡсаһына, уҡыусыларҙы Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә автобус йөрөтә.

Байрамда килгән ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алып, балалар флеш-моб күрһәткәндән һуң бар халыҡ элекке магазин алдына ҡуйылған сәхнә янына йыйылды. Үтәк ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәли ҡыҙы Абдрахманова байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләп, ауыл тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһаны, өмәлә ҡатнашыусы әүҙемдәрҙе билдәләп үтте. Район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов барыһын да байрам менән тәбрикләп, ауылдың абруйлы кешеһе, байтаҡ йылдар староста йөгөн тартҡан Камил Шәрифулла улы Әсфәндийәровҡа район Советының, Туғай фельдшер-акушерлык пунктында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләүсе Алһыу Ғилметдин ҡыҙы Әсфәндийәроваға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Һуңынан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.

Артабан ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән Камил Шәрифулла улы Әсфәндийәров байрамға йыйылыусыларҙы ауыл тарихы менән таныштырып үтте.

- Ауылыбыҙ тарихы уҙған быуат башындағы Граждандар һуғышынан һуңғы йылдарҙа, айырым хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу осоронан башлана. Был урынға беренсе булып 1927 йылда бер туған Насир һәм Кәбир Уразбаевтар, аҙаҡтан Насип Сәлихов, Ишбулды Аскаров, Сөнәғәт Рәхмәтуллин, Зин-нәт Фәтҡуллин, һуңғараҡ Хәйрулла Ғиззәтуллин, Фәтҡулла Фәйзуллин һәм башҡалар килеп ултыра. Һуңынан был һан арта барып, ике йыл эсендә 58 хужалыҡҡа етә. Йыйылыш ҡарары менән ауылға Игенселәр тигән исем бирәләр. 1930 йылдың көҙөндә “Игенселәр” исемле колхоз төҙөргә ҡарар итәләр. Район буйынса беренсе колхоз була ул. Хужалыҡтың беренсе рәйесе итеп Кәбир Уразбаев һайлана, 4-5 йыл эшләгәс, уны Үтәк ауыл Советына рәйес итеп күсерәләр. Унан һуң Хөрмәт Әхтәмов һайланып, 1941 йылдың авгусына тиклем, һуғышҡа киткәнсе эшләй. Һуңынан бер-бер артлы алышынып Абдулла Фәйзуллин, Рәкиб Кәримов, Сөнәғәт Рәхмәтуллин, Яңғыҙҡайын ауы-лынан килеп Әхмәт Рәхимов эшләй. 1946 йылдан 1951 йылға тиклем Фәтҡулла Фәйзуллин етәкләй. Уларҙың күбеһе төрлө юғары вазифаларға күсерелә. “Игенселәр” колхозы баҫыуҙарында төрлө культуралар: көнбағыш, киндер, етен, гәрсис, ҡауын, ҡарбуз һәм башҡа йәшелсәләр ҙә үҫтерелә. Колхоз барлыҡ йылдарҙа ла район буйынса алдынғылар рәтендә бара. Ул йылдарҙағы тыл хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте лә иғтибарһыҙ ҡалмай. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәте өсөн” тигән миҙал менән ауылыбыҙ буйынса 110-дан артыҡ кеше бүләкләнә.

1951 йылдан колхоздарҙы берләштереү башланып, “Игенселәр”ҙе иң тәүҙә Туғай колхозына, һуңынан Үтәк ауыл Советындағы “Егән колхозына ҡушалар. Ауылыбыҙҙан ғүмер буйы механизатор булып эшләгән Рәшит Фәтҡуллин, Рәфҡәт Ғөбәйҙуллин, Камил Фәтҡуллин һәм бик күптәрҙе атап китергә була. Игенселәр ауылында был йылдарҙа һарыҡ, ҡуян, сусҡа, ат фермалары бар ине. Малсылыҡ өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән һуғыш ветераны Йәһүҙә Рәхмәтуллин, Ғайса Шәрипов, Әхмәт Сатлыҡов, Заһит Мәхмүтов, Флүр, Фазылъял Ниғмәтуллиндарҙы, һауынсылар Фатима Рәхмәтуллина, Роза Сатлыҡова, Роза Фәйзуллина, Сәлимә Ниғмәтуллинаны атап китергә мөмкин.

1928 йылда Тажи хәлфә Зәйнулла улы Фәйзуллин ауылда уҡытыу эшен башлап ебәрә. Һуңынан Яҡуп Исхаҡ улы Ниғмәтуллин дауам итә. Төрлө йылдарҙа Тәлғәт, Әбделхаҡ, Фәтҡулла Фәйзуллиндар, Шәрифулла Әсфәндийәров йорттарының бер яғын магазинға биреп, ауылдаштарын көндәлек кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 1967 йылда ауылда яңы магазин бинаһы төҙөлә. Унда Нурзидә Усманова, һуңғараҡ Исмегөл Фәйзуллина эшләй.

1991 йылдан фермалар яйлап ябыла. Һәр кем бөгөнгө көн шарттарына яраҡлашырға тырыша, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп көн итә. Нисек кенә булмаһын, ауылыбыҙ көндән-көн матурлана, - тип тамамланы сығышын Камил Шәрифулла улы.

Байрам сараһында ауылдың иң оло кешеһе Нажия Кәримова ил-көнгә тыныслыҡ теләп, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Үтәк ауылы хакимиәте исеменән уға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рәзимә Вәлетдинова, өлгөлө йорт һәм әүҙем ғаилә номинацияһында Нәзирә һәм Фәрүәз Яхиндар, йәш ғаилә Илгина һәм Илназ Арыҫлановтар, иң күп балалы һәм өлгөлө ғаилә Ләйсән һәм Айҙар Шәриповтар, иң һәйбәт хужалыҡ тотоусы Розалия һәм Хәлит Мәхмүтовтар, бәләкәй Әмин махсус бүләктәргә лайыҡ булды. Байрамды үткәреүҙә ярҙамдары өсөн Рауил Ғафаровҡа, Фәнил Сәлиховҡа, ауыл старостаһы Әлфиә Мифтаховаға, Ирина, Урал Рәхмәтуллиндарға, Камил Әсфәндийәровҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Әүҙемселәр Гөлназ Сабитова, Филүс Шәрипов, Гөлдәр Кәримова, Гөлсинә Ғөбәйҙуллина, Илшат Вәлиев, Нәзирә Яхинаға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Бер нисә йорт берләшеп, төрлө урында тәм-томдан һығылып торған өҫтәл дә әҙерләгәндәр ине. Махсус комиссия уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, урындар ҙа билдәләнде. Сәхнәлә лә, өҫтәл артында ла байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Барыһы ла ошондай байрамды йышыраҡ үткәреп, ауылға иғтибарҙы ла арттырырға кәрәк, тигән теләктә таралышты.


Читайте нас: