-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 13:25

“Шатлыҡ”та күңелле

Кескәйҙәрҙең икенсе йортона әүерелгән балалар баҡсаһында уларҙың һәр аҙымын күҙәтеп, яғымлы күҙҙәре менән бағып, донъяны танып белергә өйрәтеүсе тәрбиәсе апайҙары янында булғанда ҡайһылары йүнләп һөйләшә лә белмәгән балаларға бар тирә-йүн түңәрәк тойола.

Имәндәш урта мәктәбе менән бер бинала урынлашҡан мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһына йөрөүсе балалар беҙ килгәндә спорт залынан сығып киләләр ине. Кем уҙарҙан ҡысҡырып “Һаумыһығыҙ!” тип иҫәнләшкәс, “былар кемдәр, нимә эшләп йөрөйҙәр?” тигән һораулы ҡараштарын тәрбиәсе апаларына төбәнеләр. Тәрбиәсе Илмира Шакир ҡыҙы беҙҙең кемлекте аңлатып та өлгөрҙө. Һәр кем менән уртаҡ тел табыусы фотохәбәрсебеҙ Наил Латиповтың: “Табын” гәзитен күргәнегеҙ бармы?”, - тигән һорауына күпселеге “Беҙҙең өйҙә бар” тип яуапланы.

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһында бер генә төркөм булып, унда 2 йәштән 7 йәшкә тиклемге 19 бала тәрбиәләнә. Илмира Шакир ҡыҙы уларҙың һәр көнө матур, күңелле үтһен өсөн махсус программанан тыш төрлө уйындар ҙа уйлап сығара. Төрлө йәштәгеләр булыуын иҫәпкә алып, һәр береһе менән айырым шөғөлләнергә тырыша. Ул үҙе Таш-Аҫты ауылында тыуып үҫкән, мәктәптән һуң уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә, һуңынан БДПУ-ла өҫтәмә белем алып, хәҙер бар күңелен һалып кескәйҙәр менән эшләй. Тормош иптәше Айнур менән Әлфинә, Айбулат һәм Динә исемле балалар үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары 2-се класта уҡыһа, бәләкәстәре ошо балалар баҡсаһына йөрөй. Тәрбиәсе ярҙамсыһы Рәүиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Муллашева тәрбиәсенең уң ҡулы. Ә инде Гөлшат Фахразый ҡыҙы Урманшинаның тәмле аштарын балалар тәмләп, яратып ашай.

- Балаларға бында оҡшай, атай-әсәйҙәр ҙә ҡәнәғәт. Йылы, таҙа, бар уңайлыҡтар ҙа бар, - ти Илмира Зәйнишева.

Киләсәккә нигеҙ тап ошонда һалына ла инде. “Шатлыҡ”та һәр саҡ йылмайып торған тәрбиәсе апалары ҡаршы алһын, балаларҙың шат тауышы бер ваҡытта ла тынмаһын.


Читайте нас: