-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 13:34

Тәбиғәт паркы - айырыуса һаҡланыусы объект

Районыбыҙҙың “Еҙем” геопаркы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт паркы статусы алғас, үҙгәреш кисерҙе. Был йыл да "ҡырағай" ял итеүселәр өсөн юлды ябыу ғына түгел, ә ял итергә килгән һәр кемдән ҡағиҙәләргә буйһоноуҙы, был объектта билдәләнгән тәртипте һаҡлауҙы талап итә. Уларҙы инҡар итеү мөмкин түгел, сөнки парк хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата протокол төҙөү хоҡуғына эйә булдылар һәм был хаҡта тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре менән берлектәге рейдтар күрһәтә. Ошо һәм башҡалар хаҡында һөйләүен һорап “Еҙем” тәбиғәт паркы начальнигы Азамат ИБӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

- Азамат Мәхмүт улы, быйылғы уҙып барған туристик йәйге миҙгел нимәһе менән айырылды?

- Беҙ Еҙем йылғаһын һәм уның уникаль тәбиғәтен ҡотҡарып ҡала алдыҡ. Тәбиғәт ҡосағында булған кешеләрҙең үҙ артынан сүп-сар өйөмө ҡалдырып китеүе, браконьерлыҡ ысулы менән күпләп балыҡтарҙы ҡырыуы, йәнлектәрҙе өркөтөүе һәм башҡалар – тәбиғәткә ярайһы ғына зыян килтерҙе. Һуңғы 10-15 йылдар арауығын алһаң, был уғата ҙур зыян. Шуға ла шәхсән минең, ошо йылға буйында үҫкән һәм бәхетле бала сағы үткән кеше өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан беҙҙең һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөнә икенсе һулыш алыуға һәм тергеҙелеүгә мөмкинлек бирелеүе өсөн шатлығымдың сиге юҡ. Парк һаҡланыусы объект статусына эйә булды. Әлбиттә, ул бында килергә теләүселәр өсөн юл ябыла тигәнде аңлатмай, ә килгән кешеләрҙе контролгә алыуҙан, бында инеүгә хаҡ алыуҙан ғибәрәт, аныҡ әйткәндә, цивилизация килеп етте. Быларҙың барыһы ла айырыуса һаҡланыусы объект инспекторҙары өсөн мөһим бурыстарҙың береһе булып һанала.

Шуны әйтеп китергә кәрәк, эшмәкәрлегебеҙҙең тәүге йылында беҙ тәбиғәткә зыян килтереүселәргә йомшаҡлыҡ күрһәттек, йылдың-йылы Еҙем йылғаһы буйына ял итергә килергә күнеккәндәрҙең, бында экскурсиялар, тәбиғәттә ялдарын үткәреүселәрҙең, йылға буйлап ағып төшөүселәрҙең хәлдәренә инә инек. Артабан инде уларға яңы тәртипте аңлаттыҡ. Үҙҙәренең килеүе хаҡында алдан хәбәр итергә, йылға аша автомобилдәрҙә сыҡмаҫҡа, сүпләмәҫкә, балыҡты браконьерлыҡ ысулы менән тотмаҫҡа (былай ҙа балыҡ ҡалманы тиерлек!) кәрәклеге һәм башҡалар хаҡында иҫкәрттек.

Шуға ҡарамаҫтан, инспекция тарафынан етди хоҡуҡ боҙоуҙар булыуы асыҡланды һәм беҙгә ҡатылыҡ күрһәтергә тура килде. Барлығы (тәүге этапта) 50-ләп протокол һәм иҫкәртмә төҙөлдө, уларҙы хәл итеү өсөн юғары инстанцияларға ебәрелде.

Инспекторлыҡ эшмәкәр-легенең тәүге тәжрибәләре шуны күрһәтте, артабан беҙҙең эшебеҙ бигүк еңелдән булмаясаҡ. Быйылғы яҙ ғына ла паркта туристар һаны 9 мең самаһы тәшкил итте. Йәйгеһен дә бынан әҙ булманы. Беҙҙең бурыс – Еҙем йылғаһы буйында, уны уратып алған урмандарҙа нимә эшләргә ярай, нимә ярамай икәнлеген һәр кемгә төшөндөрөү. Хоҡуҡ боҙоусыларға яза бирергә тура килә, был, билдәле булыуынса, килешә алмаусанлыҡҡа, насар эмоциялар белдереүгә килтерә.

Беҙгә паркта ҡаланан килгән “һунарсылар”, атап әйткәндә, банкаларға атыш ойошторған “текә” егеттәр менән осрашырға тура килде. Ҡунаҡтар айныҡ түгелдәр ине, уларға ҡарата тейешле сара күрелде. Шуны иҫкәртәм, парк биләмәһенә теләһә ниндәй ҡорал килтереү һәм уны йөрөтөү, бигерәк тә атыу ҡәтғи тыйыла. Ә улар араһында берәүһе иһә хатта ҡыҫҡа көбәкле ҡорал ҡулланды, бының өсөн ул етди яуап тотасаҡ.

-Паркта туристарға ойошҡан рәүештә ял итеү өсөн ниндәй уңайлыҡтар ҡаралған, инфраструктура булдырыу йәһәтенән нимәләр эшләнә?

- Тап ошо эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора ла инде. Бөтөн биләмә буйынса тотороҡһоҙ һауа торошонан ышыҡланыу, аҙыҡ әҙерләү һәм ашау өсөн, шулай уҡ бәҙрәфтәр менән 120-ләп билдәле бер төрҙәге туристик туҡталҡалар булдырыу күҙаллана. Паркҡа ингән урындарҙа үҙенсәлекле КПП-лар барлыҡҡа киләсәк. “Еҙем”дә шулай уҡ урман юлдарын һалыу һәм булғандарын тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса эш алып барыла.

Имәндәш ауылы янында ҡунаҡ йорто, ике ҡатлы визит-үҙәк төҙөлөшөнә 6 миллион һум тирәһе аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо көндәрҙә төҙөүселәр эш башлаясаҡ.

Беҙҙең парк республикалағы башҡа айырыуса һаҡланған тәбиғәт парктарынан үҙенсәлекле урынлашыуы менән айырыла: уның ҡайһы бер мөйөштәренә барып етеү ҡатмарлы, биләмәнең майҙаны ла ҙур. Шуға ла инспекторҙарыбыҙҙың тәүлек әйләнәһенә урында ҡалып эшләүе өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Уларға ла ҡуна ҡалыр урын, һәр ҡайһы үтә алмаҫлыҡ ергә барып етер өсөн транспорт кәрәк. Автомобилдәр бар, әлбиттә, әммә аттарҙа һыбай йөрөүҙе өҫтөнөрәк күрәбеҙ.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк, беҙҙең функцияға хоҡуҡ боҙоусыларҙы фашлау ғына түгел, ә намыҫлы туристар һәм ял итеүселәргә уңайлы ял итеү шарттары булдырыу ҙа инә. Уларҙың паркҡа ингәндә түләгән аҡсаһы нигеҙҙә туризмдың инфраструктураһы үҫешенә, уңайлыҡтар булдырыуға һалына.

- Парк биләмәһенә инеү хаҡы күпме һәм кемдәргә бушлай инеү мөмкинлеге бирелә?

- Бер кешегә биләмәгә инеү хаҡы-100 һум, артабан һәр тәүлек өсөн шунса уҡ күләмдә өҫтәп түләү ҡаралған. Автомобиль өсөн айырым түләргә кәрәк буласаҡ, әлегә түләү хаҡтары билдәләнә. 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү бушлай. Шулай уҡ экологик акциялар һәм башҡа төрлө саралар уҙғарыусы ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары аҡса түләмәй. Паркта айырым категория граждандар булмаҫ, тип уйлайым. Ғафуриҙар, ҡунаҡтар, вазифа биләүселәр – барыһының да хоҡуҡтары бер.

- Һеҙҙең һалған көсөгөҙ бушҡа булмаҫ, ыңғай һөҙөмтәләр бирер, Еҙем йылғаһы һәм уның ярҙары, әйләнә-тирә урмандар таҙарып, күркәм төҫ алыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

- Тап ошоноң өсөн парк булдырылды ла. Алда билдәләнгән бурыстар һөнәри йәһәттән генә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Үҙем тыуып үҫкән йәнтөйәктең хозур тәбиғәтенең вәхшиҙәрсә юҡҡа сығыуынан йөрәк әрнеүе, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү, тәбиғәтте тәүге хәленә ҡайтарыу теләге ҙур эштәргә дәртләндерә лә инде.

-Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Азамат Мәхмүт улы, дәртегеҙгә – дарман, эшегеҙҙә уңыштар!

Индира ИШКИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: