Республика етәксеһе Радий Хәбиров белем биреү өлкәһендә йәш быуындың заманса үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән шарттар булдырыуҙы төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙы. Республикала ошоға бәйле яңы мәктәптәр төҙөү, биналарҙы яңыртыу, ремонтлау, яңыса технологиялар алыу эштәре йылдам бара.
“Үҫеш нөктәһе” проектын тормошҡа ашырыу яңы белем биреү мөхите булдырыу буйынса киң эшмәкәрлек алып барыуҙы күҙ уңында тота. Был башланғыс уҡыусыларҙа “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтары буйынса күнекмәләр формалаштырыуға йүнәлтелгән. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһы тулыланып, яңы уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған, белем биреү процесын ойоштороу өсөн махсус майҙансыҡтар бүленгән, эш өсөн норматив база әҙер, педагогтар ситтән тороп курстар үткән, уҡытылған.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының, коллективының “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыу шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, БР Мәғариф министрлығының Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем биреүҙең сифатын баһалау бүлеге начальнигы Айгөл Фәтих ҡыҙы Байрамғолова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов һәм ата-әсәләр килде.
- Бөгөн беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы һәм иҫтәлекле көн – районыбыҙҙың ике мәктәбендә яңы инновацион технология буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асыла. “Технология”, “Информатика”, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтары буйынса бөгөн уҡыусыларыбыҙ төплө, нигеҙле белем алһындар, һәр ерҙә: тормошта ла, уҡыуҙа ла, фәндә лә алдынғылар булһындар, киләсәктә лә, шулай уҡ үҙ тыуған ерҙәренең, республиканың патриоттары булып үҫешһендәр өсөн барыһы ла эшләнеүе һәр кемгә мәғлүм, - тине Фәнзил Сыңғыҙов барыһын да тантана менән ҡотлап. Районыбыҙҙа ошондай инновацион технология булдырыуҙары өсөн рес-публика, Рәсәй Мәғариф министрлыҡтарына, төбәк Башлығы Р.Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөн гимназиябыҙҙа оло байрам, был көнгә беҙ оҙаҡ килдек, - тине артабан һүҙ алған Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова. – Был проектта ҡатнашыу мөмкинлеге бирелеүен ишетеү менән беҙ күп эшләнек, педагогтарыбыҙ дистанцион белем алды, Екатеринбургта һанлы технологиялар проекттарын булдырырға өйрәнделәр, яңы заманса ҡорамалдар, яңы йыһаздар һатып алынды, - тине һәм “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендәге бүлектәр менән таныштырып сыҡты. Был үҙәктә илебеҙҙең сағыу, лайыҡлы киләсәк быуыны - Ғафури районының ҡыҙыҡһыныусан, креатив, ижади балалары үҫһен, быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн булдырыла, ҡорамалдарға һаҡсыл ҡарайыҡ, башҡа мәктәптәрҙән килгән уҡыусыларҙы ҡәҙерләйек, уңыштар һеҙгә, гимназиябыҙ сәскә атһын, тигән изге теләктәрен еткерҙе һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа гимназияға ҡарата даими хәстәрлеге, иғтибары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
БР Мәғариф министрлығы вәкиле Айгөл Байрамғоловаға һүҙ бирелеп, ул гимназистарҙы, сараға йыйылыусыларҙың барыһын да “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыу тантанаһы менән ҡотланы. Был проекттың белем биреүҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгәнлеген билдәләп, уҡыусылар алдына мөмкинлектәрҙән файҙаланыу, белемдәрен арттырыу, аң-даирәһен киңәйтеү бурысы ҡуйыла, - тине ул. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, ата-әсәләр исеменән Гүзәл Искәндәрова “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыуы менән тәбрикләне. Сығыштарҙа “Алға, гимназия, яңы белемгә, яңы еңеүҙәргә!” – тигән һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте.
Бына, ниһайәт, тулҡынландырғыс, тантаналы мәл етте. “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең ҡыҙыл таҫмаһы киҫелде һәм барыһы ла үҙәктең заманса йыһазландырылған кабинеттарына (технология (уҡытыусыһы – Рәмзилә Ваһапова, информатика (Олеся Вахитова), тәбиғи-фәнни (Ирина Вафина), тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре (Ришат Уразғолов), шахмат (Рим Рәхимов)) үтте, ундағы мөмкинлектәр менән танышты. Был көн гимназия һәм районыбыҙ тарихында иң иҫтәлекле, тарихи әһәмиәткә эйә көн булып иҫтә ҡалды.