+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 13:20

Ысын тәрбиәсе

Элекке уҡытыусылар булмайҙыр ул. Сөнки был ауыр ҙа, изге лә һөнәрҙе һайлап алғанһың икән – һин инде ғүмерлеккә уҡытыусы. Ул һинең холҡоңда ла, йәшәү рәүешеңдә лә сағылыш таба. Ауыл уҡытыусыларында ул бигерәк тә асыҡ күренә. Ғүмер буйы балалар уҡытып хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа, улар һаман уҡытыусы.

Оҙаҡ йылдар Бурлы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Фәһимә Рәис ҡыҙы Ғөзәйерованы, хаҡлы ялға сыҡҡас, балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп эшкә саҡыралар. Башланғыс синыфтарҙы уҡытҡан сағында уҡ ул үҙен тырыш, ныҡышмал уҡытыусы итеп күрһәтә белде. Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, белмәгәнен белдерергә, аңламағанын аңлатырға тырыша ине. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыумы, әкиәт геройҙары булып сәхнәлә уйнаумы - барыһын да еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Сәхнәлә уйнар өсөн ҡурсаҡтарҙы, уларға кейемдәрҙе уҡыусылары менән бергә үҙе әҙерләне. Тырышлығы үҙ емештәрен бирҙе, уҡыусылары районда ғына түгел, республика кимәлендә лә призлы урындар яуланы. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә төрлө түңәрәктәр ҙә алып барҙы. Оригами, аппликация түңәрәктәрендә балалар күп нәмәгә өйрәнде.

Балалар баҡсаһында эшләй башлағас та ул үҙен яҡшы тәрбиәсе, оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә белде. Ғәҙәттә ауыл балалар баҡсаларында балалар бөтәһе бер төркөмдә шөғөлләнә, йәштәренә ҡарап бүленеү юҡ. Әлеге ваҡытта бында төрлө йәштәге 28 бала йөрөй. Бына ошо балаларҙың барыһына ла тейешле иғтибар бүлеп, уларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ, мауыҡтырырлыҡ шөғөл таба белә Фәһимә Рәис ҡыҙы. Кемдер бәләкәй генә станокта балаҫ һуға, кемдер сәскә яһай, кемдер рәсем төшөрә.

- Балалар баҡсаһына килеп керһәм, бөтә борсолоуҙарым, донъя мәшәҡәттәрем онотола. Үҙем дә шул балалар кеүек булып китәм, улар менән бергә уйнайым, - ти ул.

Етәкселәре Ләлә Вәлиева, тәрбиәсе ярҙамсыһы Ләйсән Зәйнуллина, ашнаҡсы Эльвира Ғиззәтуллина кеүек үҙ эштәренә бик яуаплы ҡараған берҙәм, татыу, коллективта эшләй Фәһимә Рәис ҡыҙы. Һәр байрамға матур, ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләп, ата-әсәләр менән бергәләшеп төрлө саралар үткәрәләр. Балаларҙың уңыштарына ысын күңеленән шатлана ла, уҡытыусы булараҡ уларҙың киләсәге өсөн борсола ла.

– Һуңғы йылдарҙа мине балаларҙың әҙ һөйләшеүе, уларҙың һүҙ байлығы ярлы булыуы борсой. Татар-башҡорт балалары русса ғына һөйләшеүҙе өҫтөн күрә. Атай-әсәй түгел, папа-мама тип өндәшеү ауылда ла модаға кереп китте. Балалар өсөн “Аманат”, “Әллүки”, “Салауат күпере” кеүек матур журналдар, гәзиттәр бар. Шуларҙы алдырһалар, һүҙ байлыҡтары ла артыр ине, - тип кәңәштәрен бирә ул.

Бына шундай уйҙар, теләктәр менән йәшәй һәм эшләй балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәһимә Рәис ҡыҙы Ғөзәйерова.

Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.

Бурлы ауылы.

Читайте нас: