+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 11:44

Ағыулы үҫемлектәрҙән һаҡланып...

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы экосистемаһына һәм халыҡтың сәләмәтлегенә зарарлы инвазив, карантин үҫемлектәрҙең әүҙем таралыуы күҙәтелә.

Мәҫәлән, сығышы менән тропик Американан булған үҫемлек-паразит – повилика (ҡылйебәк). Ул бөтә донъяға таралыуы менән билдәле, яңы шарттарға, яңы үҫемлектәргә еңел генә яраҡлаша. Тәбиғәттә был үҫемлектең 100-ҙән ашыу төрө билдәле.

Повиликаны күпләп юл буйҙарында, яландарҙа ҡыҙғылт-һары еп кеүек үҫемлектәргә сырмалған рәүештә осратырға мөмкин. Повилика – ҡурҡыныс паразит һәм карантин үҫемлектәр төрөнә ҡарай, ул тик башҡа үҫемлектәр иҫәбенә тереклек итә. Тышҡы билдәләре менән шнурға оҡшаған, япраҡтары һәм тамырҙары юҡ. Был үҫемлектең составында ағыулы алкалоидтар күп, шунлыҡтан хайуандар донъяһына ла хәүеф менән янай. Алкалоидтар уларҙы ныҡ ағыулап ҡына ҡалмай, хатта малдарҙың (бигерәк тә һыйырҙарҙың) үлеменә килтерергә мөмкин. Бесәнгә ҡушылып китмәһен өсөн иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Повиликаны сәскә атҡансы йыш-йыш сабып торорға кәрәк, әгәр ҙә ул аҙна-ун көн эсендә үҙенә ҡорбанын тапмаһа (еҫ буйынса таба), ул үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Тупраҡ өҫтөнә ҡойолған орлоҡтары ел ярҙамында үрсей. Орлоҡтары бирешеп бармай, ер өҫтөндә 5 йылдан артыҡ ятһа ла үҙенең сығышын юғалтмай. Шуны белеү мөһим – повилика маскировка яһарға бик һәләтле, ул үҙенең ҡорбанының орлоҡтарына оҡшап үҙгәрә. Шуға күрә, үҙ ҡулдарыбыҙ менән теләгән үҫемлектең орлоҡтарына ҡушып сәсергә лә мөмкинбеҙ. Повиликаның бәләкәй генә киҫәксәһе өҙөлөп ҡалһа ла “тулы ҡанлы” үҫемлек булып китә. Был паразит үҫемлектән ҡотолоу өсөн комплекслы саралар ҡулланырға кәрәк.

Башҡортостанда күпселек амброзияның ике төрө осрай: күп йыллыҡ һәм өс өлөшлө япраҡлы амброзия. Улар шулай уҡ хәүефле карантин үҫемлектәргә ҡарай һәм бөтә донъяла карантин үҫемлектәр исемлегенә индерелгән. Амброзия – кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һаулығына зыян килтерә. Шулай уҡ тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләр запасын, һыуҙы күпләп “йота”, урып йыйыу эштәренә ҡамасаулай, орлоҡтары менән сүпләй. Амброзия беҙгә күпләп 1975 йылда Краснодарҙан, Ростов өлкәһенән, Украи-нанан һалам ташығанда уның менән килеп эләгә. Ныҡлап таралып китеүенә ауыл хужалығында 90-сы йылдарҙағы көрсөк ваҡытында, малсылыҡ фермалары тирәһендә ташландыҡ, ҡаралмаған ерҙәрҙең барлыҡҡа килеүе сәбәпсе булды.

Республикала бөгөнгө көндә үҫемлектәрҙең 457 ситтән килгән төрө асыҡланған, шуларҙың 10 төрө хәүефле һанала, ә инде 5 төрө бигерәк тә ҡурҡыныслы: өс өлөшлө япраҡлы амброзия, күп йыллыҡ амброзия, циклахена, Сосновский балтырғаны, яллы арпа (ячмень гривастый). Сосновский балтырғаны менән беҙҙең Ғафури районында, Башҡортостанда тәбиғи үҫкән Себер балтырғанын бутарға ярамай. Себер балтырғанын төрлө ризыҡтар әҙерләү, аштар бешереү өсөн файҙаланалар.

Карантин үҫемлектәр табылған осраҡта “Россельхознадзор”ҙың БР буйынса етәкселегенә йәки Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Граждандар, юридик шәхестәр ҡуртымда, файҙаланыуҙа, шәхси милектә ер участкалары булғанда “Карантин үҫемлектәр тураһында” ФЗ ҡанунына ярашлы, карантин объекттарҙы юҡ итергә тейештәр. Әгәр ҙә граждандар, вазифа биләүселәр закон талаптарын үтәмәһәләр, РФ КоАП-ының 10.1 статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыласаҡ.

Ауыл биләмәләрендә карантин объекттарҙы юҡ итеү өсөн биләмә башлыҡтары комплекслы саралар башҡарырға бурыслы. Бигерәк тә эшкәртелмәгән ерҙәр, тимер һәм шоссе юл, урман буйҙары, ауылдар биләмәләре, баҡсалар күҙ уңынан ысҡындырылырға тейеш түгел.

Карантин үҫемлектәрҙе юҡ итеп, беҙ үҫемлек культураларын ғына ҡотҡармайбыҙ, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙҙы ла һаҡлайбыҙ. Битараф булмайыҡ!

Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА,

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге төбәк филиалының Ауырғазы район-ара бүлексәһе баш агрономы.

Читайте нас: