-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 12:00

Ашыҡмасы, ҡартлыҡ, килергә

Халыҡта бәхетленең ҡунағы бер көндә тигән әйтем бар. Ә бына Красноусолда йәшәүсе Рәхимовтар өс тапҡыр бәхетле. Сөнки бер үк көндө улар үҙҙәренең 70 йәшлек юбилейҙарын һәм алтын туйҙарын билдәләне.

Миңзилә Мәһәҙи ҡыҙы менән Дәмин Айытбай улы икеһе лә Толпар ауылында тыуып үҫәләр. Бер үк йылда беренсе класҡа килеп, 8-се класҡа тиклем бергә уҡыйҙар.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Дәмин Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Сибай ҡалаһына эшкә ебәрелә. Миңзилә иһә уҡыуын Сәйетбаба урта мәктәбендә дауам итеп, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала һәм ауылда ҡалып, лесхоздың Толпарҙағы питомнигында эш башлай.

Атаһы вафат булғас, Сибай ҡалаһында эшләп йөрөгән Дәмин дә ауылға ҡайта һәм шундуҡ элекке МСО-ның (хужалыҡ-ара төҙөлөш ойошмаһы) Толпар участкаһында эш башлай.

- Тыуғас уҡ беҙҙең маңлайға “былар бергә булырға тейеш” тип яҙылғандыр, моғайын. Миңзиләнең ауылда ҡалыуы, минең, киреһенсә, Сибайҙан ауылға ҡайтыуым да осраҡлыҡ ҡына булмағандыр инде, - ти Дәмин ағай ул йылдарҙы күҙ алдынан үткәреп. - 1969 йылда туй үткәреп, бер ғаилә булып йәшәп алып киттек. Оҙаҡламай Миңлебай улыбыҙ, торараҡ ҡыҙыбыҙ Зөлфиә тыуҙы. МСО-ның ул саҡтағы етәксеһе төп базаға эшкә саҡырып, фатир ҙа вәғәҙәләгәс, 1977 йылда Красноусолға күсеп килдек.

Бында Дәмин ағай МСО-ның оҫталыҡ цехында эшен дауам итһә, Миңзилә апай 20 йылдан ашыу хужалыҡ-ара лесхозда эшләй. Ғаилә тағы ла ишәйеп, Әлфиә менән Әлфир донъяға килә. МСО бер нисә тармаҡҡа бүленеп, улары бер-бер артлы эшмәкәрлеген туҡтата башлағас, Дәмин Айытбай улы ағас эшкәртеү станогы һатып алып, үҙ эше менән шөғөлләнергә ҡарар итә: заказ буйынса ишектәр, тәҙрә яҡтары, рамдар, йорт йыһаздары эшләй. Был шөғөлөн әле лә дауам итә ул. Миңзилә апай иһә башкөллө йорт мәшәҡәттәренә сума: күпләп мал-тыуар тоталар, баҡса үҫтерәләр. Балалар үҫеп етеүгә инде иркен йорт һалып инәләр, хужалыҡтарын тағы ла киңәйтәләр.

Бөгөн инде балаларының барыһы ла һөнәр алып, үҙ ғаиләләрен, донъяларын ҡороп, үҙҙәре атай-әсәй булғандар. 9 ейән-ейәнсәре бар Минзилә апай менән Дәмин ағайҙың, барыһы бергә йыйылһа, йорт тирәһе балалар тауышынан гөр килеп тора.

Миңзилә апай менән Дәмин ағайға һис кенә лә 70 йәш тип әйтерлек түгел, йәш сырайлылар, тиктормаҫтар. Бының сере нимәлә, тип һорайым уларҙан.

- Тик тормауҙа, - тип көлә Дәмин ағай. - Ҡартайырға ваҡыт юҡ бит. Ҡорт, бал ҡорто йүгертә, йәшәртә беҙҙе. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тәбиғәт ҡосағында, Толпар яғында йөрөйбөҙ бит. Таң менән сығып китәбеҙ ҙә, ҡорттар умартаға ҡайтҡас ҡына өйгә юлланабыҙ. Унан һуң, магазин ризығын ашамайбыҙ, түлке үҙебеҙҙекен.

- Көн дә гимнастика эшләйбеҙ тип тә маҡтанып ал, - тип һүҙгә ҡушыла Миңзилә апай. - Турник ҡуйып алды ла, көн дә шунда күтәрелеп, “аҫылынып” тора. Уға ҡарап мин дә “аҫылынып-аҫылынып” алам. Ысынлап та, шунан һуң тән еңеләйеп, беләк һыҙлауы, бил ауыртыуы бөтөп тора.

Уларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре шатлығында тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын.
Читайте нас: