+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 12:16

Балта оҫтаһы

Сәйетбаба ауылы көндән-көн матурлана, ҙурая. Ошо матурлыҡты булдырыуҙа элекке балта оҫтаһы Ғәле Фәттәховтың йоғонтоһо ҙур. Ул тилбер, кеше менән ихлас аралашыусан. Мәктәптә уҡығанда уҡ черчение (һыҙма) дәресен яратты.

Кешеләргә лә йорто нисек булырға тейеш икәнен аңлата, кәңәш бирергә оҫта. Колхозда токарь булып эшләгән дәүерендә йәһәт кенә айырым деталдәрҙе һыҙа һалып, элеп ҡуя торғайны. Бының өсөн һәләт, тилберлек тә кәрәк бит. Атаһы мәрхүм Муса ағай ҙа шулай ине. Аталы-уллы эшләгән дәүерҙә “Йондоҙ” колхозы тимерлегенең ҡуҙы бер ваҡытта һүнмәне. Кәрәк булған техник деталдәр ваҡытында эшләнеп, йүнәтелгәнлектән техникалар ҙа өҙлөкһөҙ эшләне. Баҡса артына радио үткәреп ҡуйҙы, бейеү көйөнә туҙанын туҙҙырып рәхәтләнеп бейеп тә ала. Асҡаҡ, еңел кәүҙәле булғанға аяғы ергә теймәй Ғәле Муса улының. Урамда атлап килһә, уның артынан етеп булмай, әле лә шулай. Тик эшләгәндә эргәһендә кеше торғанын яратмай. Бына шулай оҫта ҡуллы, район тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороусы, ихлас, ярҙамсыл кеше ул.

Хәннән БАЙБУЛДИН.

Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас: