+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 11:34

Грипҡа ҡаршы вакцинация

Республикала миҙгелле грипҡа ҡаршы 1 миллион 830 мең кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға прививка яһау күҙаллана.

Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 753 557 мең кеше прививка алған. Тәү сиратта киҙеү менән сирләү хәүефе юғары булған категорияға ҡарағандарға: мәғариф һәм медицина учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға, студенттарға, хеҙмәткә саҡырылыусыларға, 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһала.
Читайте нас: