Шундай тәрбиә алып үҫкән әсәйем атай-әсәй ҡуйынында. Тик оҙаҡ түгел, бары алты йәшенә тиклем генә...Ҡәһәрле һуғыш минең генә әсәйемде түгел, тағы бик күп балаларҙы атай-әсәй йылыһынан мәхрүм итеп, етем ҡалдырған.
Өләсәйем бөтә ир-ат эштәренә егелеп, көнө-төнө фронт өсөн ат та ҡараған, игенен дә иккән, бесәнен дә сапҡан. Кистәрен ҡатын-ҡыҙҙар менән бер ҡатарҙан, яу яландарында өшөп-туңып, илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән атай-ағайҙарға башалтай-бейәләй бәйләгән. Ә бәләкәй генә Сәғиҙә - минең әсәйем - йорт мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған. Сатан ҡартинәйенә булышҡан: һыу ташыған, мал ҡараған, ашарға бешерешкән, иҙән, кер йыуған, сүп утаған, уҡырға йөрөгән (һуғыш заманында ла мәктәптәр ябылмаған!). Бик яҡшы уҡыған ул, сөнки атаһы: “Һуғыштан иҫән ҡайтһам, ҡыҙымды йә лётчик итәм, йә врачҡа уҡытам”,- тигән бит. Әммә һуғыш яланынан килгән “ҡара ҡағыҙ” был хыялдарҙы селпәрәмә килтергән. Тик һуғыш һәм тылдағы эш ебектәрҙе яратмай! Эшләргә кәрәк. Улар шулай эшләгән дә эшләгән. Оло апай-инәйҙәр башҡарған бар эшкә лә өлгөргән минең әсәйем: баҫыуға утауға ла йөрөгән, бесәнен дә сапҡан. Һуғыш бөтөүенә ун бер йәшлек ҡыҙ булып үҫеп еткән ул...
“Сания, тип йырлаған олатай кем һуң?”- тип һорар иғтибарлап уҡыған кеше. Ул беҙҙең үгәй олатай булған икән. Беҙ был турала белмәй үҫтек. Ул шул тиклем беҙҙе яратты, бер ваҡытта ла насар һүҙен, әрләгәнен ишетмәнек. Әсәйемә ҡарата ла бик һәйбәт мөнәсәбәттә булған ул.
Әлеге көндә һикһән бишен тултырып, һаман бирешмәй донъя көтә ҡәҙерле кешебеҙ. Һуғыш заманында тәрбиәләнгән характер: ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ, һерелек, үҙ-үҙеңә ышаныс - уның төп йәшәү сығанағы. Уның тормошто яратып, бар тырышлығын һалып матур донъя көтөүе таң ҡалдыра! Эргәһендә ҡайһы бер ваҡыт ваҡ-төйәк өсөн бәлә һалып ултырыу оят кеүек. Артыҡ күп тә һүҙ һөйләмәй, ҡылған эштәре менән тәрбиәләй ул беҙҙе. Намыҫлылыҡ, үҙ эшеңә, һүҙеңә тоғролоҡ, талапсанлыҡ, дөрөҫлөк өсөн көрәш, шул уҡ ваҡытта изгелек, йылы мөнәсәбәт - былар атай-әсәйҙән күскән тәрбиә сифаттары.
Кәләш итәйем микән? - тип йырламаҫ ине атайым төндәрен, гармунын тартып өләсәйемдең ҡапҡа төбөндә. Ун йылдан артыҡ инде атай ҙа юҡ, гармун тауышы ла яңғырамай. Беҙ - балалары олоғайышып бөттөк. Tик атай йорто, урам, ауыл, тыуған ер, ундағы ниндәйҙер сихри бер көс үҙенә тарта. Ожмах урыны бит беҙҙең ауылыбыҙ Һабай, атайыбыҙ һалған йорт, уның йылыһын һаҡлаусы, усаҡ утын һүндермәй донъя көтөүсе әсәйебеҙ!..
Әсәй! Был беҙ, балаларың,
Нурлы йөҙҙәреңдән йөрәктәргә
Көс алырға тағы беҙ килдек.