+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 12:09

Онотолмай уҡытыусым һүҙҙәре

Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була һәм уны ғүмере буйына хөрмәт итә, рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, йөрәк түрендә һаҡлай.

Хәҙер инде үҙем ҙур тәжрибәле уҡытыусы булһам да, айырыуса тулҡынланып, уҡытыусыларымдың барыһын да бер-бер артлы күҙ алдыма килтерәм.

Үҙем белем биргән класс тәҙрәһенән ҡарап, алыҫта ҡалған уҡыу йылдарымды иҫкә төшөрөп, бер аҙ уйға ҡалам. Әйтерһең дә, уҡытыусыларым һаман да тыҡылдатып баҫып, дәрескә килеп инер һымаҡ...

Һүҙем Йөҙимән ауылында йәшәүсе хөрмәтле уҡытыусыларымдың береһе – Әминә Мөхәмәт ҡыҙы Мәхмүтова тураһында. Ул класҡа килеп инер ҙә, “Йә, балалар, хәлдәрегеҙ нисек? Бөгөн ошо картала сәйәхәткә сығабыҙ”, тип бер минутын да әрәм итмәй, беҙгә, 30-ға яҡын балаға, дәрес аңлата башлай. Ул замандарҙа әфлисун, лимон, мандариндарҙы тәмләп тә ҡарамаған ҡыҙ һәм малайҙар, ҡыҙыҡһынып, картанан уларҙың ҡайҙа үҫкәнен эҙләй инек. Химия дәрестәрендә тәжрибәләр үткәреп, асыштар яһаһаҡ, географияла илдәр-ҡитғалар буйлап сәйәхәт иттек. Уның араһында походҡа, экскурсияға сығыуҙар һәм башҡа бихисап файҙалы эштәр... Иҫ киткес сихри көскә эйә булған икән уҡытыусы апабыҙ!

Яратҡан уҡытыусымды ҡотларға бер төркөм уҡыусыларым менән өйөнә барҙыҡ. Һаман да ихласлыҡ бөркөлөп торған йөҙө, алсаҡлығы менән һоҡландырҙы ул беҙҙе. Ғаилә альбомына күҙ һалабыҙ... Әминә Мөхәмәт ҡыҙының баҡсаларында төшкән фотолары бихисап, баҡса тултырып үҫтергән емеш-еләк ағастары, уның шул тиклем тәбиғәт яратыуы тураһында һөйләй.

Тормош иптәше 20 йылдан ашыу Салауат исемендәге колхоз рәйесе булып, уның данын районға ғына түгел, бар республикаға таратҡан Фәрит Сәләхетдин улы Әбсәләмов менән (ҡыҙғанысҡа күрә, ул хәҙер беҙҙең арала юҡ инде) биш балаға ғүмер бүләк иткән улар. Иң ололары Резеда һәм Вәкилә әсәләренең юлын һайлап, уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда, балаларын ейән-ейәнсәрҙәрен бағып, матур итеп Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ғүмер итәләр. Кесе ҡыҙҙары Әҡлимә Красноусолда йәшәй. Балалар шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Улдары Фәһим мал табибы һөнәренә эйә. Бөгөн Әминә Мөхәмәт ҡыҙы кесе улы Риф менән йәшәй. Альбом ҡараған арала хәл белешеп, телефондан шылтыратҡан балалары менән дә ихлас итеп һөйләшергә өлгөрҙө, яратҡан шиғырҙарын да уҡыусыларға һөйләп ишеттерҙе. Зиһенле уҡытыусыны балалар йотлоғоп тыңланы, һорауҙар бирҙе.

Ҡайҙа эшләһә лә, эшен намыҫ менән башҡарған уҡытыусым: ауырлыҡтар күп булған замандарға тура килһә лә, түҙгән, иртә таң менән тормош иптәшен эшкә оҙатҡан, ҡайтыуына аш-һыуын әҙерләп көткән, ҡәйнәһен, балаларын, мал-тыуарын ҡарап өлгөргән сабыр ҡатын, изге әсә, бер түгел ике юғары белемгә эйә уҡытыусымдың шундай көслө рухлы булыуы һоҡландыра мине. Тырыш һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау грамоталарына, “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған Әминә апабыҙ. Һәр беребеҙҙе яратып, ихлас итеп оҙатып ҡалды ул беҙҙе.

Рәхмәт, уҡытыусым, барыһы өсөн! Шөкөр, яратҡан уҡытыусымдың өйрәтеп әйткән һүҙҙәрен онотмай, һәр ваҡыт эшемде намыҫлы башҡарырға тырыштым. 36 йыл эшләү дәүеремдә быйыл башланғыс кластарҙың 23-сө сығарылышын бишенсе класҡа оҙаттым. Нисәмә йылдар балаларға күңел нурҙарымды өләшкән мөғәллимә булһам да, мин әле лә уҡытыусыларымдың уҡыусыһы. Класс етәксем, яратҡан уҡытыусым Әминә Мөхәмәт ҡыҙына бәхетле, тыныс ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Лилиә ҒӘЛИМОВА,

башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Читайте нас: