+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 12:32

Төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов уҙғарған сираттағы оператив кәңәшмәлә бер нисә көн тәртибе ҡаралды.

Райондағы криминоген хәл һәм янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәттән һуң, район мәҙәниәт бүлеге эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тыңланды. Киләһе йылда район мәҙәниәт һарайы бинаһына капиталь ремонтҡа 41 миллион, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә заманса кинозал өсөн 5 миллион һум бүленәсәге, Ҡауарҙы ауылында яңы клуб төҙөләсәге һәм тағы ла тиҫтәнән ашыу мәҙәниәт усаҡтары заманса талаптарға тура килерлек итеп төҙөкләндереләсәге тураһында әйтелде.

Уҙған шәмбелә районда үткән экологик өмә һөҙөмтәләре менән Д.З.Ғәлимов таныштырҙы. Өмәлә райондың 16 ауыл биләмәһе, 38 ойошма һәм учреждениеһы, бөтәһе 818 кеше ҡатнашҡан. “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә дөйөм алғанда 450 шыршы, ҡарағай һәм ҡайын ағастары ултыртылған.

Кәңәшмә һуңында Фәнзил Фәйез улы район мәҙәниәт бүлегенең яңы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин менән таныштырҙы.
Читайте нас: