+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 11:48

Тынғыһыҙ хеҙмәттә үткән ғүмер

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылы ир-уҙамандарының береһе – бар ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы хеҙмәткә бағышлап, отставкаға сыҡҡан һәм күптән түгел етенсе тиҫтәһен тултырған Әхмәт Сәйетгәрәй улы Йосопов хаҡында яҙмабыҙ.

Кеше хаҡында яҙғанда, ғәҙәттә, уның хеҙмәт эшмәкәрлегенә иғтибар бүленә. Һайлаған һөнәренә тоғролоғо, ирешелгән уңыштары барлана. Әхмәт Йосопов район эске эштәр бүлегенең участковыйҙар бүлексәһендә участковый булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән кеше. Ул хеҙмәтләндергән участка уғата ҙур – Яңғыҙҡайын, Үтәк, Мораҡ, Буруновка, Бельский ауыл биләмәләрендә урынлашҡан 22 ауыл уның ҡарамағында була. Участковыйға үҙенә тәғәйенләнгән участкаларҙы йөрөп сығыуҙан тыш, берәй сетерекле хәл килеп тыуһа, йәки енәйәт ҡылыныуы хаҡында хәбәр алыу менән ямғырмы-ҡармы, һыуыҡмы-буранмы, төн уртаһымы, таң алдымы, ялмы-байраммы, таш яуһа ла – юлға сығырға әҙер торорға һәм һис кисекмәҫтән унда юлланырға тура килә. Ул замандарҙа әлеге кеүек техника юҡ, биләмәләрҙе күпселек йәйәүләп, тура килгәндә юлда осраған автомашиналарҙа, йә егеүле атта (эш урынынан “Орлик” ҡушаматлы ат биргәндәр) үтә. Аҙаҡ ҡына эске эштәр бүлегенән бирелгән мотоциклда йөрөү бәхетенә ирешә, артабан “Москвич” һатып алғас, был талымһыҙ техника ярҙамға килә. “Нисек барыһына ла өлгөрөлгән ул, бөгөн үткәндәрҙе иҫләп, аптырашта ҡалам. Участкалар буйлап йөрөп сығыу ғына түгел бит әле, ниндәйҙер енәйәт ҡылынһа, эште ҡыҙыуында тикшерергә, осона сығырға, кәрәк икән, эҙәрлекләргә лә тура килә ине. Шуға ла енәйәттең осона сыҡмай тороп, өйгә ҡайтмай ҡунып ҡалған осраҡтар ҙа булғылай торғайны”, - тип үткәндәргә ҡараш ташлай ул.

Тыуған ауылы Туғай мәктәбендә 8-се класҡа тиклем белем алып, 9-сыны Яңғыҙҡайында дауам итә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында нефтехимкомбинатта слесарь булып тәүге хеҙмәт сынығыуы алған егет әрме сафына баҫа. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған мәктәбендә физкультура һәм тарих фәне уҡытыусыһы булып эшләй. Тап ошонда эшләп йөрөгәндә, 1976 йылда Ғафури партия райкомына саҡырып алалар һәм 1-се секретарь Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы Баҡыев Әхмәт Йосоповҡа уйлап та торорға ирек бирмәй: “Иртәгә комиссия үтәһең дә район эске эштәр бүлегендә участковый булып эш башлайһың”, - тигән әмер бирә. “Уйлашырға кәрәк, тигәнемә лә ҡарап тормай, һинең өсөн уйлағандар инде”, - ти. Нишләһен, партия ҡуша икән, уның ҡарарын кире ҡағыу мөмкин түгел, ризалыҡ бирә һәм бер ҙә үкенмәй, бында лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Артабан эш менән бергә Өфөлә Эске эштәр министрлығы мәктәбендә уҡып, дипломға эйә була.1997 йылда сирләп тороу, йәғни йөрәгенә операция яһатыу менән бәйле, эске эштәр органдарындағы хеҙмәт стажы тулғас, хаҡлы ялға туҡтай.

- Бөтөн районға 6-7 генә участковый эшләй ине. Участкалар ҙур, эш күп булыуға ҡарамаҫтан, участковыйҙар бүлексәһе коллективы бик татыу булды, бергәләшеп, бер төптән, бер ғаилә кеүек эшләнек, бер-беребеҙ өсөн тауҙай торҙоҡ. Яңы эш башлағанда тәжрибә булмауы һиҙелә ине, өлкән иптәштәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торҙолар, кәңәш бирҙеләр, өйрәттеләр, - ти Әхмәт Сәйетгәрәй улы. – Ошо коллективта эшләгәнемә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Колхоз, ауыл хакимиәте етәкселеге менән дә уртаҡ тел табып эшләнек. Бигерәк тә Яңғыҙҡайын ауыл советы рәйестәре ҡатҡыл, хәрбиҙәрсә характерлы Нурия Ҡасимова, Светлана Рәхимова менән эшләү дәүере ныҡлы иҫтә ҡалды, - ти ул үткәндәрҙе күҙ алдынан үткәреп.

Эске эштәр бүлегендә эшләү осоронда Ә.С.Йосопов “Яҡшы хеҙмәте өсөн” миҙалының өс дәрәжәһе менән дә, милиция отличнигы, ЭЭМ ветераны һәм башҡа наградаларға лайыҡ була. Рядовойҙан майор дәрәжәһенә күтәрелеп, хеҙмәт юлы үтә. Уны бөгөн дә коллегалары ла, ауыл халҡы ла онотмай, хәл белешеп торалар, ихтирам-хөрмәт күрһәтәләр. Тормош иптәше Асия Әнүәр ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшенә бағышлап, пенсияға сыға. Киләһе йылға ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләйәсәк Йосоповтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Икеһе лә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, икешәр юғары белемгә эйәләр. Өлкәне Ирина Өфө авиация-техник университетын, Президент ҡарамағындағы идаралыҡ академияһын тамамлап, Өфөлә “Интерфакс” агентлығында эшләй, Аделина исемле ҡыҙға әсәй. Эльвиралары БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған, Мәскәүҙә йәшәй һәм Третей суды судьяһы булып эшләй. Кирилл һәм Дима исемле улдары бар. Бөгөн ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙҙарының изгелегендә, ейәнсәр-ейәндәр шатлығында олатай-өләсәй булыу бәхетен кисереп, хеҙмәттәренең татлы емештәрен татып йәшәй Йосоповтар.


Читайте нас: