+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 12:39

Ғафуриҙар тәүге унау иҫәбендә

28 сентябрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының 12-се йомғаҡлау һайлап алыу этабы үтеүе һәм унда дүрт район вәкилдәре менән бер рәттән районыбыҙҙың 8 һыбайлыһы сабыштарҙа ҡатнашыуы хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде.

Был көндө “Аҡбуҙат” ипподромына инеү залында турнирҙа ҡатнашҡан райондарҙың, шул иҫәптән Ғафури районы етештереүселәренең продукцияларынан торған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолған. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы “Асанай” фольклор ансамбле ҡаршы алды.

Турнир ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүге ярыш һөҙөмтәләре буйынса турнир чемпионы билдәле булды, ул – “Странник” ҡушаматлы атта Фәнис Фәхретдинов. Артабан биш райондың (Бәләбәй, Ғафури, Кушнаренко, Хәйбулла, Яңауыл) еңеүселәре турнирҙың йомғаҡлау этабында көс һынашты. Финал уҙыштарында беҙҙекеләр: Фәнис Фәхретдинов – 5-се, Рәшит Бәхтейәров 6-сы урын яулап, тәүге унау иҫәбенә инде. Турнир еңеүсеһе булып Хәйбулла районынан В.Рогалев танылды.


Читайте нас: