+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:42

Ирекмәндәр ярҙамы урынлы

Киң матбуғат сараларында күп тапҡырҙар яҙылған һанлы телетапшырыуҙар форматына күсергә һанаулы ғына көндәр ҡалды.

14 октябрҙән Башҡортостанда аналог телетапшырыуҙар туҡтатыла. Заманса технологиялар телевизион сигналға бихисап файҙалы нәмәләрҙе берләштерә ала. “Һанлы” картина һәр ваҡыт аныҡ, сағыу, уға һауа торошо тәьҫир итмәй. Шулай уҡ ул Full HD һәм 4К (һүрәттең үтә юғары сифаты) форматтарында видео күсереү мөмкинлегенә эйә. Тауыш та күпкә сифатлыраҡ, телетекст, тапшырыуҙар программаһы, һанлы радио һәм башҡа өҫтәмә сервистар етәрлек.

Районда халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн бихисап эштәр башҡарыла. Красноусол ауылында, мәҫәлән, Балалар ижады үҙәге базаһында эшләп килгән ирекмәндәр төркөмө аңлатыу эштәре алып бара. Кешеләрҙең һорауы буйынса улар ҡорамалдарҙы дөрөҫ тоташтырыу һәм көйләү буйынса ярҙам күрһәтә. Красноусолда йәшәүсе 82 йәшлек Тамара Алексеевна Щербакова һанлы телевидениеға күсеүҙе алдан уҡ хәстәрләп, һанлы приставка һатып алған. Уны көйләүҙә ярҙам һораған оло кешенең фатирына “Һанлы волонтер” тигән махсус бейджик таҡҡан ирекмәндәр Эльвира Мәҡсүтова менән Айнур Салауатов килде. Улар барыһын да ентекләп аңлатҡандан һуң, Тамара Алексеевнаның һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ул яңылыҡтар ҡарарға ярата, шуға күрә уларҙың ҡайһы каналдарҙа күберәк булыуы, шулай уҡ радио тапшырыуҙарҙы тыңлап булыу мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.

- Хәҙер телевизорым бик асыҡ, төҫтәрҙе баҙыҡ итеп күрһәтә. Каналдарҙы күсереүҙе лә өйрәнеп алдым. Минең кеүек оло йәштәгеләргә ярҙам итеп йөрөүсе ирекмәндәргә рәхмәт, - тип оҙатып ҡалды ул уҡыусыларҙы.

Ирекмәндәрҙең етәксеһе, Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Айгөл Фәйзуллина әйтеүенсә, улар бындай ярҙамды 18 инвалидҡа, 50 һуғыш һәм тыл ветеранына, аҙ килемле ғаиләләрҙәге һәм хаҡлы ялдағы 120 кешегә күрһәткән.

Әгәр ҙә һеҙ телевизорығыҙҙы йәки һанлы приставкағыҙҙы көйләй алмаһағыҙ, 8.00 – 20.00 сәғәттәр араһында 8800-347-00-55 һандары буйынса төбәктә эшләгән йәки 8800-220-20-02 федераль канал “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай). Һеҙгә килгән ирекмәндәрҙең ирекмән кенәгәһе һәм “Һанлы волонтер” бейджигы булырға тейеш.


Читайте нас: